Яңылыҡтар
16 Августа 2021, 04:10

Айзилә МОРТАЕВА

Айзилә МОРТАЕВА Яратам һине, донъя!Йәшәгем килеп йәшәйем,Яратам һине, донъя!Йөрәгемә шатлығың да,Ҡайғы-зарың да һыя!

Добавить в предпочтительные источники Google
Айзилә МОРТАЕВААйзилә МОРТАЕВА
Айзилә МОРТАЕВА

Айзилә Мортаева

Яратам һине, донъя!

Йәшәгем килеп йәшәйем,
Яратам һине, донъя!
Йөрәгемә шатлығың да,
Ҡайғы-зарың да һыя!

Һағыштарҙан сәсрәһәм дә,
Сорналһам да йәшемә,
Уттан алып, һыуға һалып,
Сал һипһәң дә сәсемә,

Осор ғына саҡтарымда
Ҡанатты һындырһаң да,
Һөйөү ялҡынында өтөп,
Нәфрәттә яндырһаң да,

Упҡын ситенә баҫтырып,
Һынап та һынаһаң да...
Ете ҡат тиреләремде
Тунап та тунаһаң да...

Һис кенә лә бер үпкәм юҡ,
Яратам һине, донъя!
Йөрәгемә бар ғәмдәрең,
Сәмең, йәмдәрең һыя.

Һин – йырланып туймаҫ йырһың,
Мең аһәңле, биҙәкле.
...Әсе генә баланлы ла,
Һутлы ғына еләкле!..

Айзилә МОРТАЕВА
Айзилә МОРТАЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас