Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2021, 11:45

Һуңғы йәйләү

Рәлис УРАҘҒОЛОВ Төҙөлөш. Мәрйә ҡыҙы Ай-һай-һа-ай... Ғәләмәт була бит был завод тигәндәре. Ҡаҙна ерендә эшем юҡ, тигән булып, һыр бирмәҫкә тырышып йәйләүҙә ятһа ла, күңеле юҡҡа тынысһыҙланмаған, йәне үртәлмәгән икән. Харап, бик харап бында эштәр: бер ерҙә ағас ҡайыҙлайҙар, икенсе урында дейеү ауыҙынан да ҙурыраҡ итеп мейес сығаралар, өсөнсөһөндә, дүртенсеһендә, бишенсеһендә... Иҫ китмәле! Йәйләүҙә, ауылында ғына түгел, волоста “Яппар ағай”ҙан һалдырып, үҙе артынан башҡалар эйәреп йөрөүгә күнеккән, аҙым һайын әйтелгән “әссәләмәғәләйкүмдәр”гә “вәғәләйкүмәссәләм” тип яуаплап өйрәнгән, хатта әйтеп тә тормайынса баш һелкеп кенә үткән Яппар өсөн иң көтөлмәгәне ошо булды — унда береһенең дә эше юҡ. Ҡайҙалыр ашығалар, мәж киләләр, ҡаҙалар, яғалар, сүкейҙәр. Хатта күрше ауылдарҙан килеп эшләп йөрөүсе таныш-тонош ир-ат та үҙ шөғөлө менән мәшғүл: йә битараф ҡына баш ҡағып иҫәнләшәләр, йә бөтөнләй иғтибар итмәҫкә, күрмәмешкә һалышалар. “Дә-ә...” Икенсе аптыратҡаны шул: аҙым һайын “француз заводы” тип фәстерһәләр ҙә, бында һалдаттарҙан, “завод крәҫтиәне” тип йөрөтөлгән мужиктарҙан, үҙ аттары менән руда ташырға, күмер үртәргә ялланыусы башҡорттарҙан, һирәк кенә осраған типтәр, мишәрҙәрҙән башҡа француздарҙың еҫе-ҡоҫо ла юҡ. Оҙатып килгән егеттәргә үҙенең толпарын ҡалдырҙы ла, үҙәккә табан Яппар яңғыҙы китте. Күкрәген кирә төштө, миҙалдарын рәтләне. Кантон заманындағыса* тегелгән хәрби кейеменә ҡыҙыҡһынған, аптыраған һалдаттар фуражкалары, папахаларына ҡул суҡтарын тейгеҙеп, честь биреп ҡала. Бындай форманы күргәндәре булмаһа ла, берәй түрә-маҙар, хәрби кешелер тиҙәрҙер инде. Уларҙың шулай ҡыланыуы Яппарға тағы дәрт, ышаныс өҫтәне. “То-то”, ти ине уның ҡиәфәте, белегеҙ, күрегеҙ, йәнәһе. Уның һайын миҙалдары сыңлай — ҡартҡартатаһының Парижды алғаны, үҙенең ил алдындағы хеҙмәттере өсөн бирелгәндәре. Ҡындағы булат ҡылысы атлап барыуына мәртәбә өҫтәй, аҙымдарын ышаныслы итә. Аҫаба башҡорт үҙ еренән атлай, француз төҙөгән завод буйлап. Күп тә үтмәҫ, ошо заводҡа уның улдары, ырыуҙаштары хужа булыр. Бына, уҡырға китеп, тау эшенә өйрәнеп кенә ҡайтһындар әле. Уларҙың ата-бабаһына башын һалған француз вариҫтары һис хужа була алмаҫ башҡорт еренә! Ошо уйҙар, үҙенә булған ышанысы “кантур” тип йөрөтөлгән оло йорттоң ишегенең тупһаһын аша атлатты.

Һуңғы йәйләү
Һуңғы йәйләү

Рәлис УРАҘҒОЛОВ

Төҙөлөш. Мәрйә ҡыҙы

Ай-һай-һа-ай... Ғәләмәт була бит был завод тигәндәре. Ҡаҙна ерендә эшем юҡ, тигән булып, һыр бирмәҫкә тырышып йәйләүҙә ятһа ла, күңеле юҡҡа тынысһыҙланмаған, йәне үртәлмәгән икән. Харап, бик харап бында эштәр: бер ерҙә ағас ҡайыҙлайҙар, икенсе урында дейеү ауыҙынан да ҙурыраҡ итеп мейес сығаралар, өсөнсөһөндә, дүртенсеһендә, бишенсеһендә... Иҫ китмәле!

Йәйләүҙә, ауылында ғына түгел, волоста “Яппар ағай”ҙан һалдырып, үҙе артынан башҡалар эйәреп йөрөүгә күнеккән, аҙым һайын әйтелгән “әссәләмәғәләйкүмдәр”гә “вәғәләйкүмәссәләм” тип яуаплап өйрәнгән, хатта әйтеп тә тормайынса баш һелкеп кенә үткән Яппар өсөн иң көтөлмәгәне ошо булды — унда береһенең дә эше юҡ. Ҡайҙалыр ашығалар, мәж киләләр, ҡаҙалар, яғалар, сүкейҙәр. Хатта күрше ауылдарҙан килеп эшләп йөрөүсе таныш-тонош ир-ат та үҙ шөғөлө менән мәшғүл: йә битараф ҡына баш ҡағып иҫәнләшәләр, йә бөтөнләй иғтибар итмәҫкә, күрмәмешкә һалышалар. “Дә-ә...” Икенсе аптыратҡаны шул: аҙым һайын “француз заводы” тип фәстерһәләр ҙә, бында һалдаттарҙан, “завод крәҫтиәне” тип йөрөтөлгән мужиктарҙан, үҙ аттары менән руда ташырға, күмер үртәргә ялланыусы башҡорттарҙан, һирәк кенә осраған типтәр, мишәрҙәрҙән башҡа француздарҙың еҫе-ҡоҫо ла юҡ.

Оҙатып килгән егеттәргә үҙенең толпарын ҡалдырҙы ла, үҙәккә табан Яппар яңғыҙы китте. Күкрәген кирә төштө, миҙалдарын рәтләне. Кантон заманындағыса* тегелгән хәрби кейеменә ҡыҙыҡһынған, аптыраған һалдаттар фуражкалары, папахаларына ҡул суҡтарын тейгеҙеп, честь биреп ҡала. Бындай форманы күргәндәре булмаһа ла, берәй түрә-маҙар, хәрби кешелер тиҙәрҙер инде. Уларҙың шулай ҡыланыуы Яппарға тағы дәрт, ышаныс өҫтәне. “То-то”, ти ине уның ҡиәфәте, белегеҙ, күрегеҙ, йәнәһе. Уның һайын миҙалдары сыңлай — ҡартҡартатаһының Парижды алғаны, үҙенең ил алдындағы хеҙмәттере өсөн бирелгәндәре. Ҡындағы булат ҡылысы атлап барыуына мәртәбә өҫтәй, аҙымдарын ышаныслы итә. Аҫаба башҡорт үҙ еренән атлай, француз төҙөгән завод буйлап. Күп тә үтмәҫ, ошо заводҡа уның улдары, ырыуҙаштары хужа булыр. Бына, уҡырға китеп, тау эшенә өйрәнеп кенә ҡайтһындар әле. Уларҙың ата-бабаһына башын һалған француз вариҫтары һис хужа була алмаҫ башҡорт еренә!

Ошо уйҙар, үҙенә булған ышанысы “кантур” тип йөрөтөлгән оло йорттоң ишегенең тупһаһын аша атлатты.

Һуңғы йәйләү
Һуңғы йәйләү
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: