Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2021, 14:35

Рәхимов

Рәхимов бер райондың үҙәгендә халыҡ менән осраша ине. Тәүҙә ул сығыш яһаны, шунан район башлығы, тағы бер нисә кеше. Рәхимов залдағы кешеләрҙе күҙәтеп ултырҙы. Алдан икенсе рәттә ситтә генә ултырған берәү ҡулын күтәрә лә, алан-йолан ҡарана һәм ҡулын кире төшөрә. Бер аҙҙан шул уҡ хәл ҡабатланды. Был кешенең һүҙе бар, тик әйтергә ҡыя алмай, тип уйланы һәм ярҙамсыһын саҡырып алып, шул кешене күрергә ҡушты. Ярҙамсыһы аҙаҡтан: – Мортаза Ғөбәйҙулловичтың үҙенә генә әйтә торған һүҙем бар, – ти. Китмәҫкә, көтөргә ҡуштым. – Бар әле, алып кил бында. Теге кеше йылп итеп килеп етте лә шыбырлап тиерлек: – Мортаза Ғөбәйҙуллович, райондың башлығы урлаша бит, – тине.

Рәхимов
Рәхимов

Рәхимов бер райондың үҙәгендә халыҡ менән осраша ине. Тәүҙә ул сығыш яһаны, шунан район башлығы, тағы бер нисә кеше. Рәхимов залдағы кешеләрҙе күҙәтеп ултырҙы. Алдан икенсе рәттә ситтә генә ултырған берәү ҡулын күтәрә лә, алан-йолан ҡарана һәм ҡулын кире төшөрә. Бер аҙҙан шул уҡ хәл ҡабатланды. Был кешенең һүҙе бар, тик әйтергә ҡыя алмай, тип уйланы һәм ярҙамсыһын саҡырып алып, шул кешене күрергә ҡушты. Ярҙамсыһы аҙаҡтан:

– Мортаза Ғөбәйҙулловичтың үҙенә генә әйтә торған һүҙем бар, – ти. Китмәҫкә, көтөргә ҡуштым.

– Бар әле, алып кил бында.

Теге кеше йылп итеп килеп етте лә шыбырлап тиерлек:

– Мортаза Ғөбәйҙуллович, райондың башлығы урлаша бит, – тине.

– Нимә урлай?

– Райүҙәктә торлаҡ йорт төҙөргә тотондолар. Бик аҡырын бара эше. Сөнки төҙөлөш материалдары башлыҡтың йортон төҙөүгә китеп тик тора. Уның өйө тиҙ һалына.

– Ярар, – тине Рәхимов. – Тикшерербеҙ. Ялған һөйләһәң, үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ.

Тикшерҙеләр. Башлыҡ, ысынлап та, урлашҡан. Тегене эшенән алып, урлағанын ҡайтарырға мәжбүр иттеләр.

Йыйылыштағы кешеләрҙең хәл-торошон күҙәтеү ошондай ваҡиғаға ла килтергеләй.

Ә бер хәл бөтөнләй мәрәкә булды. Рәхимов Архангел районында ауыл кешеләре менән күрешмәгә туҡтағайны. Кеше күп тә түгел, унлап – ун бишләп барҙыр. Рәхимов үҙенең һүҙен һөйләне, кешеләрҙе тыңланы. Шул саҡ берәү быға ҡарап көлә лә, башын аҫҡа эйә. Бер аҙҙан шул уҡ хәл йәнә ҡабатланды. Был юлы ир кеше шым ғына көлдө лә, башын сайҡап, шунан битен йәшерҙе. Был йәшертен генә минән ғәйеп табып көлә икән, тип уйланы ла Рәхимов, ҡоро ғына итеп һорап ҡуйҙы:

– Нимәгә көлгән булаһың, мин алдай тип беләһеңме?

Бөтөнөһө лә ҡып итеп ҡалды, теге ир ҡулдары менән себәләнеп:

– Юҡ-юҡ, нишләп улай уйлай, ти. Икенсегә көләм, – тип сыпраңланы.

Рәхимов осрашыуҙы йомғаҡланы ла машинаға табан атлағанда ярҙамсыһы Бакировҡа:

– Бар әле, теге кешене алып кил бында, – тип ебәрҙе.

Машинаға инеп ултырыуға теге бәндәне килтереп тә еткерҙе Бакиров.

– Мине ғәфү ит, Мортаза, – ти был. – Йылмайып тороуым асыуыңды килтерер тип уйламағайным. Һин мине танымайһыңмы?

Рәхимов башын сайҡаны.

– Танымайһыңдыр инде, күпме йыл үткән бит. Минең исемем Нурғәле – Теләүмбәттән. Беҙ һинең менән, абзыйың Гәрәй ҙә бар ине, 7-8 йәштәрҙә микән, Сәңкемдең ҡорт баҙына бал ашарға барҙыҡ. Мин апайымдарға килгәйнем. Умартасы булып һеҙҙең нәҫелдән бер абзый эшләй ине. Шул туҫтаҡтарҙың төбөнә шыйыҡ бал ҡойоп, ашарға ағас ҡалаҡ биреп сыҡты барыбыҙға ла. Гәрәй кеҫәһенән бер телем икмәк сығарып һиңә бүлеп бирҙе, икмәккә бал ҡушып ашарға тотондо. Минең икмәк юҡ ине. Балдың үҙен генә ашауы ҡыйын. Минең балды ней ашай алмай, ней ҡуя алмай интеккәнде ҡарап ултырҙың да, һин:

“Анауында шишмә бар, балыңа һыу ҡушып эс”, – тип аҡыл өйрәттең. Мин шулай иттем.

Ауылға ҡайтып барышлай һин, минең балдан уҡшып килгәнде күреп:

“Был сәскә балы ине, ул шыйыҡ була. Һыуға ҡушҡас, тағы шыйығая, шуға күңелгә тейә. Ә йүкә балы ҡуйы була, ул күңелгә теймәй. Шуға ҙурайғас, ҡорт тотһаң, йүкәнекен генә йыйҙыр”, – тип өйрәттең. Һинең аҡылды тотоп, ғүмер буйы умартасы булдым, ҡорт аҫыраным һәм йүкәнең балын йыйҙырырға тырыштым. Был яҡҡа килеп сығыуымдың да сәбәбе ошо, Архангел районында йүкә күп. Әйҙәгеҙ, минең өйгә. Йүкә баллап сәй эсербеҙ, – тип йылмайҙы. – Шуны иҫкә төшөрөп көлә инем мин бая.

– Был хәлде мин иҫләмәйем. Ярар, бөгөнгә хушлашайыҡ. Сәйеңде эсербеҙ әле, хоҙай насип итһә.

Нурғәленең өйөндә сәй эсергә туры килмәне, ә балын ашарға яҙҙы. Үҙе аҡ йортҡа килтереп киткән өс литрлы банкы менән. Хаты ла булған. “Бакировҡа, – тигән ул. – Мортаза Ғөбәйҙуллович менән бергәләп сәй эсегеҙ. Тик сәй генә. Һыу ҡушһаң, йүкә балы ла эскә тейә.”

“Бал” тигәс, тағы бер хәл иҫенә төштө Мортазаның. Заводта генеральный директор булып эшләгән сағы ине әле. Сәғәт көндөҙгә дүрттә технологик кәңәшмә булырға тейеш. Шуға бер ҡайҙа ла китмәйенсә эш бүлмәһендә ултыра ине, ишек асылып китте лә бер ир килеп инде. Алпан-толпан атлауынан, ашыҡмай ғына ян-яғын һөҙөп ҡарауынан Өфө кешеһе түгел икән был, ҡалала ла йәшәмәй, тип үҙ һығымтаһын яһап ҡуйҙы Рәхимов. Теге кеше ишекте яҡшылап япты ла бер-ике аҙым үткәс:

– Һаумыһығыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тине.

– Һаумыһығыҙ.

– Мин Рәжәп Юлбарыҫов булам. Күмертау районының Мораптал ауылынан. – Оло эш бүлмәһенең төбөндәге ҙур өҫтәл артында ултырған Рәхимовҡа килеп ҡул бирҙе. Уң ҡулында тотҡан ауыр ғына селтәрҙе һулына күсереп алды. – Мынауыны ҡайҙа ҡуяйым икән?

– Нимә һуң ул?

– Бал. Ҡарабойҙай балы. Беҙҙең яҡта урман булмағас, сәскә бик үк уңмай. Шуға балға тип ҡарабойҙай сәсәләр. Шуның балы, күстәнәс.

Мортаза көлөп ебәрҙе.

– Бал тотоп килгәс, берәр нәмә һорайһыңдыр инде һин?

– Минең турала Рамаҙан әйтмәнеме? Рамаҙан Әбдрәхимов.

– Теләүмбәт, “Ҡыҙыл байраҡ” колхозынанмы ни?

– Эйе. Бында килер алдынан уны күреп һөйләшкәйнем. “Бар-бар Мортаза абзыйға, кешенең хәлен аңлай ул” – тигәнгә килгәйнем.

– Нимә кәрәк инде һиңә?

– Миңә түгел. Ауыл больницаһына. Капитал ремонт яһарға кәрәк, тик йылытыу системаһын, канализацияны алмаштырырға торба юҡ. Райсоветҡа Әбдрәшитовҡа барғайным да, теге ни: “Мин һиңә ҡайҙан алайым”, – тип тик ултыра. Ахыры, үҙем сығып киттем эҙләнеп.

– Күпме һәм ниндәй торба кәрәк инде?

– Бына ҡағыҙ. Шунда бөтөнөһө лә яҙылған.

Рәхимов тиҙ генә яҙыуҙы күҙҙән үткәрҙе лә:

– Һин, Рәжәп, анауында ултырып тор. Беҙҙең хәҙер технологик кәңәшмә башлана. Шул үткәс, һөйләшеп бөтөрбөҙ.

Юлбарыҫов урынынан торҙо, Рәхимовтың артынан эйәрҙе. Тегенеһе боролоп:

– Һин ҡарабойҙай балыңды ал. Бында ултыртып ҡалдырма, – тип йылмайҙы һәм яҡындағы стенала уйылған ишекте асты.

Аһ-аһ, бында тағын ҙур ғына бүлмә бар икән дә баһа. Унда креслолар, диван, бәләкәй өҫтәл күренә.

– Ошонда ултырып тор, – тип ишекте япты Рәхимов.

Төпкө бүлмәлә диванда бер кеше ултыра. Рәжәптең үҙенә текәлгәнен күргәс, өндәште:

– Ғөбәйҙулла булам, – тип күрешергә ҡулын һондо. – Әлеге кешенең атаһы. Больницала ятып алғайным. Мына Мортазаның ҡайтарып ебәргәнен көтөп ултырам.

Рәжәп үҙе менән таныштырҙы.

– Һеҙҙә ике Морапталмы әле?

-Эйе, Башҡорт Морапталы, Татар Морапталы.

– Больницағыҙ ҡайһыһында?

– Уртала. Башҡортта ла, татарҙа ла түгел. Уртала.

– Аҡыллы эшләгәнһегеҙ.

– Эйе. Беҙҙең ауыл советы, колхоз идараһы йорттары, мәктәп – уртала. Улар өсөн ыҙғыш сыҡмай.

Ул арала бер егет инеп был икәүгә сәй яһап бирҙе. Араҡы тәҡдим итте. Былар баш тартты? Шулай ҙа, егеттең һыуытҡыс асып япҡанын күргән Рәжәп:

– Тағын нимәләрегеҙ бар? – тип ҡыҙыҡһынды.

– Ҡымыҙ, коньяк.

– Мортаза Ғөбәйҙуллович шуларҙы эсеп ултырамы?

– Ю-юҡ. Кис ҡырын бында Шакиров заводҡа ҡорамал ҡорорға килгән француздар менән осрашыу үткәрә. Шуларға кәрәкһә, тип ҡуйылған инде. Һеҙ килтергән ҡарабойҙай балын да уларға тәҡдим итәсәкбеҙ.

Бер аҙҙан Мортаза был бүлмәгә инде.

– Рәжәп мырҙа, һораған торбаларыңды Күмертау янындағы Ҡансыра ер аҫтында газ һаҡлау станцияһынан алырһың. Үҙеңә ташырға яҡын булыр. Өфөнән торба өҫтөрәп йөрөгәнсе. Хәҙер һин ни эшләйһең? Һеҙҙең яҡҡа автобустар китеп бөткәндер инде. Бәлки, атайым менән ҡайтырһың? Атай, һиңә машина таптым.

Юлбарыҫов:

– Рәхмәт, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Йомошомдо йомошлаған ғына етмәгән, өҫтөнә юлға машина ла хәстәрләгәс, мең рәхмәт!

– Ярар, файҙаһын күрегеҙ.

– Осрашырға яҙһын.

Осрашырға яҙҙы Юлбарыҫов менән Рәхимовҡа.

 

Рәхимов
Рәхимов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: