Ғәрәп ярымутрауы
Ғәрәбстан халҡы хәмер һәм ҡомарлы уйындар менән мауығып йәшәгән. Әхлаҡ яғы бик ныҡ аҡһаған. Бәғерһеҙлектәре, наҙанлыҡтары арҡаһында ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләүҙе мәсхәрәгә һанап, уларҙы тереләй күмеүгә тиклем барып еткәндәр. Юлбаҫарлыҡ киң таралған. Ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе булмаған – уны ни бары тән ләззәте татытыусы һәм бала табып биреүсе ҡол рәүешендә файҙаланғандар.
Кеше үлтереү ҙә был ҡәүем өсөн бер ни тормаған. Һуғышырға яратҡандар, юҡ ҡына берәй сәбәп тә ҡәбилә-ара ҡан ҡойоштарға еткерә алған. Ҡырҡар йыллап дауам иткән һуғыштарҙа меңдәрсә кеше үлтерелгән.
Ғөмүмән, Пәйғәмбәр ﷺ килерҙән алда кешелек үҙ-үҙен юҡҡа сығарыу сигендә була. Был дәүерҙә кеше Раббыһын да, үҙен дә онота, аҡылынан яҙа, изгелек менән яуызлыҡ, насарлыҡ менән яҡшылыҡ төшөнсәләрен айыра алмай. Киң-киң биләмәләрҙә динде саф көйөнсә тотоусы, фәҡәт бер Аллаһҡа табыныусы, Уға тиңдәштәр ҡуймаусы бер кеше лә булмай хатта.
Пәйғәмбәр ﷺ ни өсөн Ғәрәп ярымутрауына ебәрелгән?
Ислам диненә саҡырыу, аҙаҡ уны бар ғаләмгә таратыу өсөн Аллаһ ғәрәптәрҙе һайлаған. Ни өсөн? Сөнки уларҙың аҡылдары һәм аңдары әле тәбиғи таҙалығын һаҡлап килгән. Ғәрәптәрҙә бер ниндәй ҙә тәрән мәғәнәле философик яҙмалар булмаған. Үҙҙәренең ғилемдәре, бай әҙәбиәте, философияһы менән ғорурланған христиандарҙың, йәһүдиҙәрҙең, фарсыларҙың һәм һиндтарҙың аңынан иһә ул тәрән эҙҙәрҙе юйып ташлау ауырға төшөр ине. Ғәрәптәрҙең йәһиллек менән һыҙмаҡланған яҙмаларынан, күсмә тормошҡа яраҡлашҡан ғөрөф-ғәҙәттәренән башҡа бер нәмәһе лә юҡ, тимәк, уларҙың аңын бер ғүмер эсендә таҙартып, урынына өр-яңы тәғлимәт индереү Аллаһ рәсүленә ﷺ күпкә еңелерәккә тура киләсәк бит.
Был халыҡ вәкилдәренең күңеле лә тәбиғи таҙалығында була. Эйе, хәҡиҡәтте аңлап етмәһәләр, уға ҡаршы, милләтселек һәм ата-бабаларҙан ҡалған йолаларға тоғролоҡ фанатизмы менән сирләгәнлектән, ҡаты көрәшкәндәр. Әммә күҙҙәренән фанатизм япмаһы алып ташланһа, хаҡлыҡты ихлас һөйөп ҡабул иткәндәр һәм аҙаҡ уның өсөн көрәшеү юлында үҙҙәрен аямағандар. Ғөмүмән, ғәрәптәр ябай, ихлас, тоғро, әрһеҙ, рухлы һәм ҡыйыу халыҡ булған.
Сәбәп шулай уҡ Ғәрәп ярымутрауының донъяның ҡап уртаһында тиерлек урынлашыуында ла. Сүллек эсендә йәшәүсе һәм артта ҡалған ҡәүем, тип, Рум империяһы ла, Фарсы дәүләте лә ғәрәптәрҙең эштәренә ҡыҫылмаған, улар менән ҡыҙыҡһынмаған. Ислам дине иң тәүҙә ошо ышыҡ төбәктә нығынып, көс йыйып алһа, уны аҙаҡ бөтә тирә-яҡҡа – Азияға ла, Африкаға ла, Европаға ла – берҙәй үк тиҙ таратып буласаҡ.
Һәм, иң мөһиме, Ғәрәп ярымутрауында Кәғбә тора. Ул – Ер йөҙөндә иң беренсе булып төҙөлгән ғибәҙәтхана, Аллаһ йорто. Тәүге Кәғбәне фәрештәләр күтәрә. Аҙаҡ төрлө дәүерҙәрҙә ул берсә ташландыҡ хәлгә килеп, берсә кире тергеҙелеп тора. Хәҙерге Кәғбәне Ибраһим менән Исмәғил пәйғәмбәрҙәр төҙөгәнен беләбеҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ килгәс, Кәғбә ҡабат тәүхидкә саҡырыу сығанағы булып китә, һәм шул рәүешле тарихи ғәҙеллек ҡайта. «Ысынлап, кешеләр өсөн Мәккәлә һалынған беренсе йорт (Кәғбә) мөбәрәк, ул ғаләмдәргә юл күрһәтә!» (Ҡөрьән, 3:96).
МИССИЯ БАШЛАНҒАНҒА ТИКЛЕМ
Мәккә ҡалаһы һәм Ҡурәйш ҡәбиләһе
Ибраһим пәйғәмбәр үҙенең ҡатыны Һәжәр һәм улы Исмәғил менән тереклек тә, һыу ҙа булмаған, таулы үҙәндә урынлашҡан Мәккәгә юл тотҡан. Бөтә ғаләмгә таралған ширктан ҡасып, бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылыр үҙәкте тергеҙергә, Уның юлына кешеләрҙе саҡырырға теләгән ул. Мәккәне хаҡ дингә өндәр маяҡ һәм бөтә мөьмин халыҡтарҙың йыйылыр урыны иткеһе килгән.
Аллаһ пәйғәмбәрҙең был ниәтен ҡабул итә һәм ошо ергә ҡабат бәрәкәт бирә. Ибраһим, Аллаһ ҡушыуы буйынса, Һәжәрҙе һәм кескәй Исмәғилде донъянан айырылған шул буп-буш һәм ҡоп-ҡоро ерҙә (бөгөнгө Мәккә ҡалаһы урынында) ҡалдырып киткәндән һуң, әсә һәм улдан торған бәләкәй генә изге ғаилә өсөн Аллаһ ер аҫтынан шишмә сығара. Һәм кешеләр әле лә ошо Зәм-зәм шишмәһен эсеүҙе һәм уның һыуын ерҙең төрлө тарафтарына ташыуҙы туҡтатмай.
Исмәғил үҫкәс, Ибраһим пәйғәмбәр, Аллаһҡа биргән вәғәҙәһе буйынса, уны ҡорбан итеп салырға теләй. Ә йәш малай быға буйһоноп ҡына ҡалмай, хатта ризаһыҙлыҡ билдәһе лә күрһәтмәй. Икеһе лә ошондай оло ҡорбанға әҙер булғаны өсөн Аллаһ уларҙы ҡотҡара һәм Исмәғилде тәүхид юлына саҡырыуҙа атаһының ярҙамсыһы итә.
Аҙаҡ аталы-уллы бергәләп Мәккәлә Аллаһ йортон – Кәғбәне – төҙөйҙәр. «Һәм бына Ибраһим өйҙөң нигеҙен күтәрә. Һәм Исмәғил: «Раббыбыҙ, ҡабул ит беҙҙән! Һин бит Ишетеүсе, Белеүсе! Раббыбыҙ, беҙҙе Һиңә буйһоноусы мосолмандар ит һәм беҙҙең нәҫелде Һиңә буйһоноусы мосолман өммәте ит, ғибәҙәт ҡылыр урыныбыҙҙы күрһәт, беҙҙе ярлыҡа! Һин бит Тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, Рәхимле! Раббыбыҙ, уларҙың үҙ араһынан уларға Һинең аяттарыңды уҡырлыҡ, китап һәм хикмәт өйрәтерлек, уларҙы сафларлыҡ рәсүл булдыр! Һин бит Көслө, Хикмәтле!» - ти» (Ҡөрьән, 2:127-129).
Аллаһ уларҙың тоҡомон бәрәкәтле итә, нәҫел ҙурая. Исмәғил пәйғәмбәрҙең ейәндәренең береһе булған Ғәднәндең балалары бик күп була. Уның тоҡомонан Фиһр ибн Мәлик – мәшһүр кеше. Уның балалары араһынан Ҡудай ибн Киләб Изге йорт (Кәғбә) һәм, ғөмүмән, Мәккә ҡалаһы менән идара итә. Изге йорттоң асҡысы уның ҡулында була. Ул шулай уҡ хажиҙарҙы Зәм-зәм һыуы һәм аҙыҡ менән тәьмин итеү вазифаһын да атҡара. Дөйөм алғанда, Мәккәләгеләр хажиҙарға һәр ваҡыт ҙур хөрмәт менән ҡараған (Ибраһим пәйғәмбәрҙең дине өйрәтеп ҡалдырғанса), «Аллаһ ҡунағы» тип йөрөткән һәм улар өсөн йыл һайын аҙыҡҡа тип үҙ милкенән өлөш бүлгән.
Ҡудайҙың балалары араһынан Ғәбдемәнәф аҡыл эйәһе, атаҡлы һәм хөрмәтле зат була. Уның оло улы Һәшим иһә үҙ ырыуының башлығы булып китә. Һәшим – Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡартатаһы Ғәбделмотталибтың атаһы.
Фәһр ибн Мәликтең балаларын «Ҡурәйш» тип йөрөтәләр. Ғәрәптәр бөтәһе лә Ҡурәйш нәҫеленең дәрәжәле, алдынғы, бүтәндәрҙән өҫтөнөрәк булыуын таный һәм уларға айырым хөрмәт менән ҡарай.
Мәккәлә һынташтарға табыныу нисек барлыҡҡа килгән?
Ҡурәйш ырыуы оҙаҡ ваҡыт үҙ бабалары Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәрҙең динен тотоп, бер Аллаһҡа ғына табынып йәшәй. Араларында Ғәмр ибн Лүхәйй исемле бәхетһеҙ бер бәндә тыуып, үҫеп еткәнсе. Ғәмр тәүгеләрҙән булып Исмәғилдең динен үҙгәртә: Мәккәнән Шам ерҙәренә сыҡҡан сағында ундағы халыҡтың һынташтарға табыныуын күреп ҡайта ла, шуға әүрәп, ҡыҙыҡһынып, аҡылын юғалта. Ҡайһы бер һынташтарҙы Мәккәгә алып ҡайтып, йәнәһе, шулар аша мөрәжәғәт иткәндә Аллаһ доғаны яҡшыраҡ ишетә, тип, ул илаһтарҙы изгеләштерергә өндәй башлай. Наҙан халыҡ Иблистең был тоҙағына бик еңел барып эләгә һәм, шулай итеп, Мәккәлә ширк тарала, хаҡ дин боҙола. Бик һирәктәр генә ул һындарға алданмай, әүәлгесә бер Аллаһҡа ғына доға ҡылыуын дауам итә, уларҙы хәнифтәр, йәғни «саф дин тотоусылар» тип атап йөрөтәләр.
Шулай уҡ бәғзе бер хажиҙар Мәккәнән, изге ерҙән иҫтәлеккә тип, төрлө формалағы һәм төҫтәге таштар ташып алып, күпмелер ваҡыттан һуң шуларҙы ололай башлай, аҙаҡ уларға табыныуға күсә. Хаҡ диндән яҙған Мәккә кешеләре иһә бер аҙҙан хажиҙарға һынташтар таратып биреүҙе күрәләтә кәсеп итеп ала.
Фил ваҡиғаһы
Көндәрҙән бер көндө тиҙҙән бөйөк бер тарих башланасағына ишара рәүешендәге ҙур ваҡиға була. Шуның аша Аллаһ Мәккә халҡына изгелек теләүен, Кәғбәне һаҡлауын һәм был изге урынға донъялағы бер йорт та тиң түгеллеген күрһәтә.
Йәмән хакимы Әбрәһә, илдең баш ҡалаһы Сәнғәлә ҙур сиркәү һалдырып, бөтә ғәрәптәрҙең Мәккәгә түгел, ә шул сиркәүгә хаж ҡыла башлауы тураһында хыялланырға тотона. Кәғбәнең даны, ифрат күп халыҡтың шунда йыл һайын йыйылышып тороуы уға тынғы бирмәй, Кәғбәгә һәм Ҡурәйш ырыуы ғәрәптәренә ҡарата көнсөллөгө арта. Төрлөсә өгөтләп-саҡырып та, хаж ҡылырға теләүселәрҙе Кәғбәнән ваз кистерә алмағас, ахырҙа асыуы килеп: «Мәккәгә баҫып инеп, шул йортто пыран-заран килтермәйенсә ҡуймайым!» – тип һүҙ бирә.
Ҙур ғәскәр туплап, Кәғбәне емерергә тейешле махсус филен дә алып, Әбрәһә Мәккәгә ҡарай юллана. Был хаҡта ишеткән ғәрәп ҡәбиләләре юлда уға төрлөсә ҡамасауларға маташып ҡарай, әммә Йәмән башлығының сиреүе гел көслөрәк булып сыға. Ғәскәр Мәккәгә килеп еткәс, Ҡурәйш халҡы ла Әбрәһәгә ҡаршы көсө юҡлығын аңлай һәм тау түбәһендәге тарлауыҡҡа ҡасып йәшенә, Изге йортҡа һөжүм итеүсене Аллаһ ни эшләтерен шулай ситтән генә күҙәтәләр. Әлбиттә, Кәғбәнең Аллаһ йорто икәнлеген белә һәм Раббыларының Изге йортто һаҡлап алып ҡалырына ышана улар. Быны буласаҡ Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡартатаһы Ғәбделмотталиб менән Әбрәһә араһында булған һөйләшеү раҫлай.
Әбрәһә, Мәккә янына еткәс, шундағы көтөүлектәрҙә йөрөгән мал-тыуарҙы ҡулға төшөрә, улар араһында Ғәбделмотталибтың ике йөҙ дөйәһе лә була. Ғәбделмотталиб Әбрәһәгә мөрәжәғәт итеп, һөйләшергә теләүен белдерә һәм уның янына үтә. Ҡурәйш халҡының абруйлы кешеһе булғанға Әбрәһә уға хөрмәт күрһәтә, янына ултыртып, ниндәй йомош буйынса килеүен һорай.
– Минең ике йөҙ баш дөйәмде кире ҡайтарыуыңды теләйем, – ти Ғәбделмотталиб. Быны ишеткәс, батша уға ҡапыл екһенеп ҡарай ҙа:
– Хөрмәтле бер кеше икәнһең, тип уйлаһам, һин миңә дөйә хаҡында һөйләйһеңме?! Үҙ динеңә, үҙ Йортоңа хыянат иттең! Мин бит Кәғбәгеҙҙе емерергә килдем, был хаҡта ни әйтерһең?! – ти. Ғәбделмотталиб иһә:
– Мин бары тик дөйәләрҙең хужаһы, ә Изге йорттоң үҙ Хужаһы бар. Ул уны, һис шикһеҙ, һаҡлаясаҡ, – тип яуап бирә. Әбрәһә, асыуланып:
– Миңә ҡаршы килә алғандай берәүҙең дә булғаны юҡ әле! – ти.
Шунан Ғәбделмотталиб һәм тағы бер нисә Ҡурәйш кешеһе, Кәғбә ишеге алдына тороп, Аллаһҡа ялбарып, Әбрәһә ғәскәренә ҡаршы торорға ярҙам һорай. Әбрәһә был ваҡытта Мәккәгә инә башлай, әммә Кәғбәне емерергә тейешле фил ҡапыл тубыҡланып, ергә сүгәләй ҙә шып туҡтай. Туҡмап та, эткеләп тә ҡарайҙар, тик ул Кәғбә янына барыуҙан баш тарта. Шунан фил ҡапыл кирегә табан борола ла ҡаланан йән-фарман сығып та китә.
Шул саҡ диңгеҙ тарафынан бик күп ҡоштар пәйҙә булып, ғәскәр өҫтөнә үҙҙәре менән тотоп килгән таштарҙы яуҙыра башлай. Баҫып инеүселәр һәләкәткә дусар була, иҫәндәре, төрлө яҡҡа сәселеп, бөтә юлды ҡаплап, йүгерергә тотона. Әбрәһә үҙе лә, бик күп йәрәхәттәр алып, кире ҡайтыр юлында ыҙалап үлә.
Был тарих «Фил» сүрәһендә бәйән ителә: «Раббыңдың фил хужаларын ни эшләткәнен күрмәнеңме? Уларҙың хәйләһен бушҡа сығарманымы ни Ул? Уларға төркөм-төркөм ҡоштар ебәрҙе. Һәм ҡоштар уларға яндырылған балсыҡ таштары атты. Шулай итеп, уларҙы емһеҙ кәбәк һымаҡ итте!» (Ҡөрьән, 105:1-5).
Ошо мөғжизәнән һуң бөтә ғәрәптәр Кәғбәгә, Мәккә ҡалаһына һәм Ҡурәйш халҡына тағы ла нығыраҡ ихтирам менән ҡарай башлай. Был йылды иһә Фил йылы тип айырып йөрөтөү ғәҙәткә инә. Ниндәйҙер ваҡиға тураһында һөйләгән саҡта «Был хәл Фил йылында булды» йә «Фил йылынан ике йәй алдараҡ», «Фил йылынан һуң өс йыл үткәс», тигәндәр. Фил йылы миләди иҫәп буйынса 570 (йәки 571) йылға тура килә.
Һәм бына тап ошо Фил йылында Мәккә ҡалаһында беҙҙең һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ибн Ғабдуллаһ ﷺ тыуа.