Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Ҡорбан ағайым
Мин уның хаҡында "Ҡорбан ағайым" тип ғорурланып әйтәм. Атайым мәрхүм уның атаһы хаҡында ла "Мөбәрәкша ағайым" тип ололоҡлап иҫкә алыр ине. Беҙ бер тамырҙан, уртаҡ ҡартаталарыбыҙ Сәғәҙей, Үтәбай, Ҡотдос (өлкән улы Буранбай сәсән), Һөйөндөк, Кинйәбулат, Әликәс. 1930 йылға, йәғни кулактарҙы ситкә һөрөү башланғансы Мөбәрәкша олатай ҙа беҙҙең фамилияны йөрөткән. Әммә донъяларҙың буталырын алдан аңлап, ул фамилияһын Халиковҡа үҙгәртә. Ҡартатайым Халисҡа ла ауылдан китергә кәңәш биреүсе Мөбәрәкша олатай. Ҡартатайым ғаиләһе менән Ерекле тигән ауылға барып төпләнеп, алтын приискыһында эшләй башлай. Был хаҡта “Мәрт” тигән поэмамда яҙғайным инде.Ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы Мөхлис хәҙрәт олатай 1930 йылда ғаиләһе менән ситкә һөрөлөп, 1937 йылда репрессияға эләгә. Уны ғәйепләү протоколында “Зәки Вәлиди хөкүмәте ағзаһы” тип телгә алына. Әгәр ҙә ҡартатайым да уның яҙмышына дусар булһа, атайымды нимә көтөр ине лә, мин тыуыр инем микән?
Мөбәрәкша олатай ғаиләһе менән Семеновск ауылында, уның бер туған ҡустыһы Ғәлиастан олатай ғаиләһе Буранбайҙа йәшәне. Уның балалары менән бергә уйнап үҫтек, бер үк мәктәптәрҙә, бер үк кластарҙа уҡыныҡ, иң үкенеслеһе — яҡын туғандар икәнебеҙҙе белмәнек. Атайҙар туғанлығыбыҙҙы белһә лә, беҙгә өндәшмәне. Аңлашыла: был арабыҙҙың һаҡланыу инстинкты булған. Рәсәй тигән илдә донъя болғанмай тормай бит инде.
Ә инде Ҡорбан ағайым менән нисек танышыуға килгәндә шулай уҡ бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. "Киске Өфө" гәзитендә эшләгәндә йомош менән Баймаҡ районы хакимиәте урынбаҫарына шылтыратып, үҙемдең фамилиямды әйткәс, шундай шаяртыу ишеттем: "Һин түгел, мин ул Үтәбаев, Ҡорбан Мөбәрәкша улы..."
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
503-сө күҙәтеү.