Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 13:45

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Пәйғәмбәрҙәр мисәтенең ﷺ тормош юлы Тәржемәсенән Бисми-Лләһи-ррахмәни-ррахим! Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтау! Кемделер Аллаһ тура юлға баҫтырһа, уны һис кем аҙаштыра алмаҫ, ә инде Аллаһ аҙаштырһа, берәү ҙә тура юлға сығара алмаҫ. Бар өмөттәребеҙ, ғибәҙәттәребеҙ – тик бер Аллаһҡа! Ул беҙҙе юҡтан бар иткән, Унан башҡа яҡлаусыбыҙ юҡ, Уға ғына һыйынабыҙ һәм Унан ғына ярҙам һорайбыҙ. Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле уҡыусылар! Беҙ үҙебеҙҙе «мосолман» тибеҙ, әммә шул мосолманлыҡ динен кешеләргә башлап өйрәтеүсе, холҡо һәм эштәре, ғибәҙәттәре һәм тормош рәүеше менән иң юғары дәрәжәләргә өлгәшеүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ хаҡында бик һирәктәребеҙ генә белә. Ә бит уның тормош юлы – һәр мосолман өсөн бөйөк, алыштырғыһыҙ өлгө. Был хаҡта Раббыбыҙ шулай ти: «Һеҙҙең кемегеҙ Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә өмөт итә һәм Аллаһты күп иҫкә ала, шуларға Аллаһ рәсүлендә күркәм үрнәк булды» (Ҡөрьән, 33:21).

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр

Пәйғәмбәрҙәр мисәтенең

тормош юлы

Тәржемәсенән

Бисми-Лләһи-ррахмәни-ррахим! Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтау! Кемделер Аллаһ тура юлға баҫтырһа, уны һис кем аҙаштыра алмаҫ, ә инде Аллаһ аҙаштырһа, берәү ҙә тура юлға сығара алмаҫ. Бар өмөттәребеҙ, ғибәҙәттәребеҙ – тик бер Аллаһҡа! Ул беҙҙе юҡтан бар иткән, Унан башҡа яҡлаусыбыҙ юҡ, Уға ғына һыйынабыҙ һәм Унан ғына ярҙам һорайбыҙ.

Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле уҡыусылар! Беҙ үҙебеҙҙе «мосолман» тибеҙ, әммә шул мосолманлыҡ динен кешеләргә башлап өйрәтеүсе, холҡо һәм эштәре, ғибәҙәттәре һәм тормош рәүеше менән иң юғары дәрәжәләргә өлгәшеүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ хаҡында бик һирәктәребеҙ генә белә. Ә бит уның тормош юлы – һәр мосолман өсөн бөйөк, алыштырғыһыҙ өлгө. Был хаҡта Раббыбыҙ шулай ти: «Һеҙҙең кемегеҙ Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә өмөт итә һәм Аллаһты күп иҫкә ала, шуларға Аллаһ рәсүлендә күркәм үрнәк булды» (Ҡөрьән, 33:21).

Ҡәбергә инеп ятҡас, ғазап фәрештәләре иң тәүгеләрҙән: «Пәйғәмбәрең кем?» - тигән һорау бирәсәк. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ нисек дин тотоуын, холҡон, эштәрен, йәшәйешен белмәйенсә, Раббыбыҙ һөйөүенә өлгәшеү, иманыбыҙҙы нығытыу, үҙебеҙҙе Ахирәткә әҙерләү мөмкин түгел. Аллаһ Тәғәлә был хаҡта шулай тигән: «Әйт: «Аллаһты яратаһағыҙ икән, миңә (йәғни Пәйғәмбәргә) эйәрегеҙ, шул саҡта Аллаһ һеҙҙе яратыр, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар» (Ҡөрьән, 3:31).

Туған халҡыма Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хаҡында аҙмы-күпме мәғлүмәт биреү ниәте менән Әбүл-Хәсән Ғәли ән-Нәдүи исемле (1914–1999 йылдарҙа йәшәгән) мәшһүр һинд дәғүәтсеһе авторлығындағы ошо китапты тәржемә итергә булдым. Асылда балалар өсөн яҙылһа ла, уның теле ябай ғына түгел. Ғәрәп һәм башҡорт телдәренең грамматик, стилистик үҙенсәлектәренә ҡарап, ҡайһы бер урындарҙа үҙгәрештәр индерелде. Аңлашылмаған, ауырыраҡ төшөнсәләр өсөн махсус һүҙлек төҙөлдө.

Китаптың атамаһына ла бер аҙ аңлатма биреп үтеү дөрөҫ булыр. Мөхәммәтте ﷺ «пәйғәмбәрҙәр мисәте» тип йөрөтәләр. Сөнки ул – Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан ҡоло, иң күркәм, иң камил холоҡ эйәһе, Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы. Уны икенсе төрлө «пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы» тип әйтергә лә булыр ине. Ҡиәмәт көнөндә кешеләр, яҡлау эҙләп, бер пәйғәмбәрҙән икенсеһенә барып ҡаңғырышҡанда, тап ул, Мөхәммәт ﷺ, Аллаһ рөхсәте менән бөтә мосолмандар өсөн Аллаһтан яҡлау һораясаҡ.

Әлбиттә, был бәләкәй генә китапта Аллаһ рәсүленең ﷺ тормош юлы тулыһынса сағылдырылған, тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер ваҡиғалар өҫтән генә ҡарап үтелә, барлыҡ нескәлектәр ҙә асып һалынмай. Шулай ҙа Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тураһында әле бөтөнләй белмәгәндәр һәм бик аҙ мәғлүмәтлеләр өсөн был китап танышыу, башлап өйрәнеү йәһәтенән бик ҡулай, тип уйлайым.

Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла тура юлдан йөрөтһөн, Ҡөрьән һәм Сөннәт әһелдәре итһен, көфөрлөктән аралап, тәүхидле тормошта йәшәтһен ине! Йәнебеҙҙе мосолман көйөнсә алып, Йәннәт ҡапҡаларын асһын, Йәһәннәм утынан аралаһын ине! Амин.

Нәркәс Алсынбаева.

2013 йыл, 13 ноябрь.

Һүҙлек

Ансар – Мәҙинә ҡалаһының төп халҡы вәкиле булған сәхәбә. Ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә «ярҙам итеүсе» тигән мәғәнәгә эйә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ﷺ Мәҙинәгә саҡырып, уны һәм уға эйәреп күсенеп килгән барлыҡ мосолмандарҙы йылы ҡабул итеп, яҡшы урынлаштырғандары һәм аҙаҡ та Ислам диненә һәр яҡлап бик ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн уларҙы шулай «ансарҙар» тип атағандар.

Аманат – 1) һаҡларға ҡушып бирелгән нәмә; 2) әйтеп ҡалдырылған һүҙ, үтәлергә тейеш васыят; 3) кемдәрҙәндер берәй шартты үтәтеү маҡсаты менән ҡулға алынған һәм көсләп ебәрмәй тотолған кеше.

Бот – ялған илаһ, уйлап сығарылған табыныу объекты, идол.

Бәҙүән – сүллектә күсмә тормош менән йәшәүсе ғәрәп.

Вәджиб – мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл.

Вәли – ҡурсалаусы; хәстәрлек күреүсе, тәрбиәләүсе.

Вәхи Аллаһтан иңдерелгән хәбәр.

Ғиффәт – енси сафлыҡ.

Ғөмрә – кесе хаж; зөлхизә айының 8, 9, 10-сы көндәренән башҡа ваҡытта Мәккәлә башҡарылған хаж ғәмәлдәре.

Ғөсөл – ғибәҙәт өсөн таҙарыныу; һыу менән баштан-аяҡ тулыһынса ҡойоноу.

Ғәнимәт – һуғыш табышы, трофей.

Динар, дирһәм – аҡса берәмектәре.

Дөңгөр – уйын ҡоралы.

Дәғүәт – дингә саҡырыу, өндәү.

Зина – никахһыҙ көйө енси мөнәсәбәттәргә инеү, уйнаш.

Зәкәт – бай, етеш йәшәүсе мосолмандар үҙ мал-мөлкәтенән ярлы мосолмандар файҙаһына мотлаҡ бүлеп бирергә тейеш өлөш; ғәрәпсә «таҙарыныу», «сафланыу» тигәнде аңлата.

Зәүәл – ҡояш төшкөһөн иң юғары нөктәгә еткән ваҡыт (зенит).

Ихрам – хаж ваҡытындағы махсус кейем һәм махсус этикет.

Йәһиллек – Исламға тиклемге дини наҙанлыҡ осоро.

Кафыр – Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә ﷺ буйһонмаған бәндә.

Киҫмәк – ағас һауыт, мискә.

Көфөрлөк – иманһыҙлыҡ, Аллаһ ҡанундарын ҡабул итмәү.

Ҡараташ – Кәғбәнең бер яҡ мөйөшөнә беркетелгән ҡара төҫтәге изге таш, риүәйәттәргә ярашлы, Йәннәттән төшөрөлгән.

Ҡасыр – бейә менән ишәктән тыуған йән эйәһе (мул).

Ҡулҡы – бәләкәй урман, сауҡалыҡ.

Ләт һәм Ғүззә – Мәккә мөшриктәре табынған ялған илаһтарҙың иң ҙурҙары.

Мисүәк – тәбиғи теш таҙартҡыс, фарсы сальвадоры ағасының ботағынан эшләнә.

Монафиҡ – ике йөҙлө; тыштан үҙен мосолман тип күрһәтеп тә, эстән кафыр булып ҡалыусы; фани донъялағы мәнфәғәттәрен имандан өҫтөнөрәк тип һанаусы.

Мөртәт – Ислам динендә булып та, аҙаҡ унан баш тартҡан һатлыҡ йән.

Мөшрик – ширк ҡылыусы, йәғни Аллаһҡа кемделер йә нимәнелер тиңдәш итеп тотоусы (табыныуҙа, ярҙам һорауҙа, шөкөр итеүҙә, яратыуҙа, ҡурҡыуҙа һ.б.).

Мөьмин – иман килтереүсе, Аллаһ әмерҙәрен үтәүсе, оло гонаһтарҙан ситләнеүсе.

Мүсхәф – тәүҙә айырым йөрөп, аҙаҡ бер китапҡа тупланған биттәр; Ҡөрьән китабы (ғәрәпсә нөсхәһенә ҡарата әйтелә).

Мүһәджир – һижрәт ҡылыусы, дин хаҡына тыуған ерен ҡалдырып китеүсе.

Мүәҙҙин – аҙан ҡысҡырыусы.

Мәжүсилек – тәбиғәткә, тәбиғәт күренештәренә, хайуандарға, күк есемдәренә, һынташтарға, утҡа йә бүтән шундай нәмәләргә табыныу.

Нәжес – дин буйынса бысраҡ һаналған нәмә.

Нәҡиб – башлыҡ, рәйес.

Сағ – ауырлыҡ үлсәү берәмеге, яҡынса 2,2 килограмға тиң.

Септә – йүкәнән, ҡамыштан, һаламдан йә бүтән шундай нәмәнән һуғылған ҡаты туҡыма.

Сөннәт – бында: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ даими рәүештә башҡарған өҫтәмә ғибәҙәт ғәмәле.

Сәждә – табыныу (ғибәҙәт ҡылыу) акты; аяҡтарҙы бөкләп, йөҙтүбән ятыу.

Сәхифә – бит (ҡағыҙ бите).

Сәхәбә – Аллаһ рәсүлен ﷺ күреп, уға иман килтереп, ғүмеренең ахырынаса уға тоғро ҡалған мосолман.

Тауаф – Кәғбә тирәләй ете тапҡыр әйләнеүҙән ғибәрәт булған ғибәҙәт акты.

Торҡа – һаҡлаусы шлем.

Тәҡүәлек – Аллаһтың язаһынан ҡурҡыу һәм Ул һөйгән эштәргә ынтылыу.

Тәүбә – гонаһтарың, яҙыҡ эштәрең өсөн үкенеп, Аллаһтан ғәфү итеүен һорау һәм бүтәнсә ундай насарлыҡтарға әйләнеп ҡайтмаҫҡа һүҙ биреү.

Тәүрат – Муса пәйғәмбәргә иңдерелгән изге китап. Тик аҙаҡ йәһүди ғалимдары ул китаптың ҡайһы бер урындарын үҙҙәренсә үҙгәртеп яҙып бөткән.

Тәүхид – тик бер Аллаһҡа табыныу, Уның тиңдәше булмауын таныу.

Тәфсир – ниҙеңдер мәғәнәһен аңлатыу.

Ур – дошмандан һаҡланыу өсөн ҡаҙылған соҡор (окоп).

Фалиж – паралич.

Хижер – Кәғбә эргәһендәге ярымтүңәрәк формалы бәләкәй стена. Ғәрәптәр Кәғбәне яңыртып ҡорған саҡта, хәләл аҡсалары етмәү сәбәпле, уның бер өлөшөн шулай төҙөп бөтөрмәйенсә ҡалдырған.

Хөтбә – вәғәз.

Хәнифиә – ширктан таҙа булған саф дин.

Һайман – тимер күлдәк.

Һижрәт – күсенеү, эмиграция; дин тотоуы ҡатмарлы булған ерҙән (көфөрлөк иленән) дин тотоуы еңелерәк булған ергә (Ислам иленә йә нейтраль дәүләткә) күсеп китеү.

Шам – бөгөнгө Сүриә, Фәләстан, Ливан һәм Иордания дәүләттәре урынлашҡан төбәкте элек шулай бер һүҙ менән атағандар.

Ширк – кемделер йә нимәнелер Аллаһҡа тиң ҡуйыу, Аллаһтан тыш тағы кемгәлер йә нимәгәлер табыныу (Исламда иң ҙур гонаһ, Аллаһ уны ғәфү итмәй).

Шәһит – Аллаһ Тәғәлә өсөн йәнен ҡорбан итеүсе.

Ябраил – фәрештәләрҙең иң абруйлыһы, күп кенә пәйғәмбәрҙәргә Аллаһтан изге китаптар тапшырыусы.

ЙӘҺИЛЛЕК ДӘҮЕРЕ

Боронғо диндәр

Аллаһ пәйғәмбәре Ғайса ибн Мәрйәм был донъянан киткәндән һуң байтаҡ ваҡыт уҙа. Ул тапшырып ҡалдырған саф дин, ялғансыларҙың табышына әйләнеп, рухи ҡиммәтен, үҙ йөҙөн юғалта, тәүге мәлдәрҙән алып аяуһыҙ үҙгәртеүҙәргә, наҙанлыҡ менән тәфсирләүҙәргә дусар ителә. Ошондай төйөрҙәр арҡаһында Ғайса пәйғәмбәрҙең тәғлимәте ер аҫтына күмелеп ҡалғандай була. Бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылыу шарты онотола, кешеләр Ғайса пәйғәмбәрҙең үҙенә табына башлай.

Иудаизмға килгәндә инде, ҡасандыр Муса пәйғәмбәр өйрәтеп ҡалдырған был саф дин дә тамам үҙгәртелеп, боҙолоп, ҡоро ғөрөф-ғәҙәттәр йыйылмаһы һымаҡ тороп ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, йәһүдиҙәр араһында нәҫелдән-нәҫелгә тапшырылып, шул милләткә хас айырым дин, йола рәүешендә йәшәй бирә. Ул ергә бер ниндәй изге хәбәр ҙә килтермәй, халыҡтарҙы тәүхидкә саҡырмай, кешелек өсөн мәрхәмәтлелек тә булып тормай.

Фарсы (Иран) мәжүсиҙәре иһә утҡа табынып йәшәй, уға арнап һәйкәлдәр ҡуя, ғибәҙәтханалар һала. Әммә изге тип һаналған был йорттарынан ситтә саҡта теләһә нисек ҡыланалар, нәфселәре ни ҡушһа, шуны эшләйҙәр. Уларҙың тормошонда әхлаҡ ҡағиҙәләренә урын юҡ. Асылда мәжүсиҙәр менән динһеҙҙәр араһында бер ниндәй ҙә айырма булмайҙыр.

Һиндостанда һәм Урта Азияла таралған буддизмға килгәндә инде, ул боттарға, һынташтарға табыныуҙан ғибәрәт. Будданы төрлө сүрәттәрҙә һынландырып, уға баш эйгәндәр, ярҙам һорағандар. Таш һәйкәлдәр беҙҙе күрә һәм ишетә, тип ышанғандар.

Башлыса шул уҡ Һиндостанға хас булған брахманизм илаһтарының күп һанлылығы менән айырылып торған. Уларҙың һаны хатта миллионға тиклем барып еткән. Брахманизм кешеләрҙе синыфтарға (касталарға) бүлеү, бер касталарға икенселәре алдында өҫтөнлөк биреү кеүек ғәҙелһеҙлектәре менән дә билдәле.

Ғәрәптәр ҙә борон һынташтарға табынған. Улар хатта күп илаһлылығы йәһәтенән һиндтарҙағы брахманизм менән ярыша алғандыр. Һәр ҡәбиләнең, өлкәнең, ҡаланың, хатта һәр өйҙөң үҙ һынташы булған. Ибраһим пәйғәмбәр бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылыу өсөн тип төҙөп ҡалдырған Кәғбәнең эсендә генә лә өс йөҙ ҙә алтмыш һын торған. Ғөмүмән, ул осор ғәрәптәре – Ер йөҙөндә ширк ҡылыу буйынса иң алдынғы рәттә килеүселәрҙән. Ә бит улар үҙҙәрен Ибраһим пәйғәмбәрҙең саф динен тотоусы халыҡ тип иҫәпләгән!

Мөхәммәт пәйғәмбәр
Мөхәммәт пәйғәмбәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: