Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 15:09

“Курск” фажиғәһенә 21 йыл тулды

Бөгөн Рәсәй халҡы Баренцев диңгеҙендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә ала.

“Курск” фажиғәһенә 21 йыл тулды
“Курск” фажиғәһенә 21 йыл тулды

21 йыл элек 12 августа “Курск” субмаринаһы һәләкәткә осрай. Уның экипажында 118 матрос була. Атом һыу аҫты кәмәһе 13 августа 108 метр тәрәнлектә табыла. Белгестәр был ваҡиғаны хәҙерге Рәсәй тарихындағы иң ҙур фажиғәләрҙең береһе тип атай. “Курск” һыу аҫты кәмәһендә һәләк булғандар араһында Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан мичман Фәнис Ишморатов та бар.

Рәсәй президенты указы менән “Курск” кәмәһендә булған барлыҡ диңгеҙселәр, үлгәндән һуң “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнде. Карап командиры, 1-се ранг капитаны Геннадий Лячинға Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: