Улар араһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкилдәре – “Без башкортлар" хәрәкәте вәкилдәре лә бар. Мобиль отряд берҙәм көс менән утҡа ҡаршы көрәшә. Бер төркөм һөрөлгән һыҙат эргәһендә ут күсмәүҙе контролдә тотһа, икенсеһе янғын һүндереүселәр менән ут ҡоторған урынға йүнәлгән.
Ирекмәндәр араһында “Без башкортлар" хәрәкәте вәкиле, Асҡын егете, Балыҡсы ырыу вәкиле Винарис Абдуллин да бар. Әйтеүенсә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа әлеге ваҡытта тағы ла ирекмәндәр отрядтары туплана, улар тиҙҙән көньяҡҡа, утлы афәт урынына табан йүнәләсәк.
– Минең ырыуҙаштарым тәүге көндәрҙән үк янғын һүндереүҙә ҡатнашты. Әммә ярҙам әле лә бик кәрәк. Бында эш һәр кемгә етерлек, сөнки ут һәр минутта ҡабаттан ҡабыныуы ихтимал. Әлеге ваҡытта беҙ Ейәнсура районының Биштирәк һәм Хәйбулла районының Ураҙбай ауылдары араһында. Биштирәк яғына йүнәләбеҙ. Үҙемә ҡалһа, төньяҡ –көнбайыштан киләсәк дуҫтарымды, ыруҙаштарымды көтәм. Улар уртаҡ чатта “юлға сығабыҙ”, - тип яҙҙы, - тип белдерҙе Винарис, “Беҙ башҡортлар” хәрәкәте әүҙемсеһе.