Форумға йыраҡ төбәктәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар ине. Янғындарға бәйле хәл үҙгәреп киткәс, уларҙың Өфөгә килеп өлгөргәндәре һәм урындағы ата-әсәләр комитеты ағзалары менән берлектә Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо, унда Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороуҙа тыуған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
Сарала Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Мәскәү ҡалаһының Башҡорт этно-мәҙәни клубы етәксеһе Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы Әхмәҙуллина ла бар ине. Ул түбәндәге фекерен белдерҙе:
– Туған телде һаҡлау һәм өйрәнеү, киләсәк быуында әсә теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең кеүек сит төбәктә йәшәгән милләттәштәр быны бигерәк тә асыҡ тоя. Тыуған мөхиттә йәшәү, балалар үҫтереү, уларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу проблемаһын үҙебеҙҙең балалаыбыҙ билдәле бер йәшкә еткәс айырыуса аныҡ аңлай башланыҡ.
Ете һәм өс йәшлек балаларҙың әсәһе булараҡ, бәғзе күҙәтеүҙәрем менән бүлешәм. Өс йәшкә тиклем балаға, ғөмүмән, яҡындары янындағы мөхит тә етә, ә саҡ ҡыа ҙурайғас, бәләкәстәргә башҡа кешеләр, йәштәштәре менән аралашыу кәрәк. Мәҫәлән, минең улым өс йәшкә тиклем фәҡтә башҡортса ғына һөйләште, русса белмәй ине. Хатта тышҡа сыҡҡас мин уға тәржемәсе булдым, йәштәштәре менән уртаҡ тел тапҡансы аралашсы ролен үтәнем.
Бер нисә аҙна шулай үткәндер, аҙаҡ иһә ул ныҡышып, тырышып рус мөхитенә ылығып, телде өйрәнеп алды. Ғөмүмән, һеҙ күптәрҙән ишеткәнегеҙ барҙыр: өс йәшкә тиклем балам арыу ғына башҡортса һөйләшә, һүҙҙәрҙе асыҡ әйтә ине, аҙаҡ онотто ла ҡуйҙы һәм башҡалар. Беренсенән, башҡалар менән аралашыуға ихтыяж тыуа, унан бәләкәсеегеҙ балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Ә унда, аңлап тораһығыҙ, нигеҙҙә, рус мөхите, ул өйҙәге мөхиттән күпкә көслөрәк һәм ваҡытты ла бала унда күберәк уҙғара. Ҡыҫҡаһы, баланың эшмәкәрлек даирәләре киңәйгән һайын, ул әсә мөхитенән ситләшә, башҡа тел үҙенсәлектәрен, мәҙәниәтте һеңдерә. Ә телде өйрәнеү өсөн ике компонент кәрәк: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы.
Быны мин белгес булараҡ әйтәм һәм аңлап торам: заман ритмына яраҡлашҡан, һәр саҡ эш менән мәшғүл ата-әсәнең бала менән үҙ телендә төплө аралашырға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай...Бына ошолай яйлап тел үҙенсәлектәре онотола. Хәйер, башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләр ҙә бар. Улар Мәскәүҙә йәшәһәләр ҙә балаларын ике телле (башҡорт һәм рус телен яҡшы беләләр), рухлы итеп тәрбиәләйҙәр.
Әлбиттә, телде белмәгән сүрәттә лә, рухи йәһәттән бик көслө, башҡорт булмышлы милләттәштәребеҙ ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар туған телдә йә бөтөнләй һөйләшмәй һәм аңламай; йә аңлаһа ла, һөйләшмәй, әммә башҡа башҡорт ғаиләләре менән аралашып, рухи ихтыяждарын тулыландырырға, балаларына һеңдерергә тырыша, – ти Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы.
Әйтергә кәрәк, Ләйсән Әхмәҙуллина Өфөлә тыуып үҫкән, ә тормош иптәше – Асҡын башҡорто. Уға: “Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемаһы сит төбәктә генә түгел, үҙебеҙҙең республикала ла көнүҙәк булып ҡала, һеҙҙеңсә, бының сәбәбе нимәлә?”, - тигән һорау ҙа бирҙек.
– Ысынлап та, сит ерҙә башҡорт моңона, мәҙәниәтенә, йәнле аралашыуға һыуһау кеүек күренеш хас, шуға ла беҙ, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар, был мәсьәләгә айырыуса етди ҡарайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, туған телде өйрәнеү, йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек мәсьәлә үҙ моңобоҙ, телебеҙ яңғырап торған, милли мәҙәниәтебеҙ, мәғарифыбыҙ үҫешкән республикала ла бар. Бының нигеҙе глобалләштереү кеүек күренешкә барып тоташа: хәҙер сиктәр шартлы була бара, мәҙәниәт тә, моң да, сәйәси-ижтимағи үҙенсәлектәр ҙә уртаҡ. Һис шикһеҙ, был тел мәсьәләһендә лә сағыла. Бөгөн глобалләштереү шарттарында башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, халҡыбыҙҙың тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы тороу, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, баҙар шарттарында уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү мөһим.
Икенсенән, ғаиләләр эсендәге тарҡаулыҡ та балаларҙа сағыла. Элек олатай-өләсәйҙәр мәктәбе кеүек йәмғиәт күренеше ҡәҙимге ғәмәл булһа, хәҙерге заман шарттарынада беҙ иҫ киткес ҙур тиҙлектә йәшәйбеҙ, һәр саҡ нимә менәндер мәшғүлбеҙ, дөрөҫөн әйткәндә, күп ғаиләләр кисен, йоҡларға ятыр алдынан ғына осраша, күңел өсөн һөйләшеп-аралашып ултырырға ваҡыт етмәй. Тимәк, балалар менән төптән шөғөлләнергә лә көс һәм хәл юҡ. Һөҙөмтәлә, был бушлыҡты Интернет селтәрендәге сығанаҡтар, социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәттәр тултыра... Шуға ла заман ҙурыраҡ яуаплылыҡты рухи яҡтан көслө, тел, ил, ҡәүем тип йәшәгән ҡеүәтле булмышлы миллтәтәштәр иңенә һала, – ти Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы.