Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2021, 14:25

Плотина

Салауат ӘБҮЗӘРПЛОТИНАБыуып ҡуйҙылар йылғаны, –Ҡорҙолар плотина.Бәрелеп таш диуарҙарға,Йылға ағыуҙан тына.Йыйыла һыу, таша йылға,Тултырып ике ярын.Аумаһын, тип, плотинаныңАсалар шлюздарын.Бер өҙлөкһөҙ ямғыр ҡойҙо,Күк менән ер тоташты.Ярҙарынан аша сығып,Диңгеҙ булып, һыу ташты.Нимәләрҙер шарт-шорт килде,Таш диуарҙар тишелде.Баҫымдарға сыҙай алмай,Плотина ишелде...Һәм йылға ҡапыл йырылды,(Кем уны тыйып тота!?.)Юлында ярһыу тулҡындарБөтә нәмәне йота...Ауыл ни ҙә, ҡала ни ҙә, –Айырмаһы бармы ни!Ғәрәсәт өсөн барыбер, –Бай булды ни, ярлы ни...... Тормош йылғаһы быуылып,Плотина ҡоролған...Хатта уйлауы ҡурҡыныс,Ниҙәр булыр йырылһаң?!.

Плотина
Плотина

Салауат ӘБҮЗӘР
ПЛОТИНА
Быуып ҡуйҙылар йылғаны, –
Ҡорҙолар плотина.
Бәрелеп таш диуарҙарға,
Йылға ағыуҙан тына.

Йыйыла һыу, таша йылға,
Тултырып ике ярын.
Аумаһын, тип, плотинаның
Асалар шлюздарын.

Бер өҙлөкһөҙ ямғыр ҡойҙо,
Күк менән ер тоташты.
Ярҙарынан аша сығып,
Диңгеҙ булып, һыу ташты.

Нимәләрҙер шарт-шорт килде,
Таш диуарҙар тишелде.
Баҫымдарға сыҙай алмай,
Плотина ишелде...

Һәм йылға ҡапыл йырылды,
(Кем уны тыйып тота!?.)
Юлында ярһыу тулҡындар
Бөтә нәмәне йота...

Ауыл ни ҙә, ҡала ни ҙә, –
Айырмаһы бармы ни!
Ғәрәсәт өсөн барыбер, –
Бай булды ни, ярлы ни...

... Тормош йылғаһы быуылып,
Плотина ҡоролған...
Хатта уйлауы ҡурҡыныс,
Ниҙәр булыр йырылһаң?!.

Плотина
Плотина
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: