Ниндәйе кәрәк?
1985 йылдар тирәһендә, араҡыға ҡаршы көрәш заманында булды был хәл.
Бөрйәндә гастролдә йөрөйбөҙ. Оло юл буйында, урман эсендәге киоскҡа инеп, ҡымыҙ эсәргә булдыҡ. Тирә-яҡта бер кем күренмәй. Киоск тәҙерәһен шаҡыныҡ. Тәҙерә эс яҡа табан асылды ла бер йәш ҡатындың матур йөҙө күренде.
– Һеҙ ҡымыҙҙың “Былайы”нмы, әллә “Түрәләрские”н эсәгеҙме? – тип һораны.
Беҙ ҡымыҙҙың ундай сорттарға бүленгәнен белмәгәс ни:
– Улар араһында ниндәй айырма бар? – тип һораныҡ.
– “Былайы” – ябай ҡымыҙ. Уны халыҡ эсә. Өфө яҡтарынан килгән тикшереүсе-фәләндәрҙе, түрә-мүрә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн, ҡымыҙға араҡы ҡушабыҙ. Уныһы “Түрәләрский”, – тип аңлатты ҡатын.
Беҙ ни, түрәләр булмаһаҡ та, “Түрәләрский”ын тәмләп ҡарарға булдыҡ...
"Үҙең эшлә"
Уҙған йылдарҙа Иҫке Собхағол ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән ханымға бер ир:
– Апай, баш ауырта, ун һум бир әле, – тигән.
– Миндә штат бар. Үҙеңде эшкә алам. Дворник булып эшлә. Аҡсаң да булыр. Урам буйлап хәйерселәп тә йөрөмәҫһең, – тигән башлыҡ.
Теге ир:
– Үҙең эшлә, – тигән дә китеп барған.
"Бер флаг та юҡ"
Космос карабы айға АҠШ-тың флагын ҡаҙап төшөүе хаҡында радионан ишеткәс, өләсәйем төндә оҙаҡ ҡына айҙы күҙҙәте лә:
– Унда бер флаг та күренмәйсе,–тине.