Юнир САЛАУАТОВ
“Аҡсам юҡ”
Гастролдәрҙә барлыҡ ойоштороу, хужалыҡ эштәрен артистар үҙҙәре башҡарыу сәбәпле, ишек төбөндә тамашасыларға билет һатып торам. Халыҡ бик әҙ, кәйеф юҡ.Эргәмдә ҡулын кеҫәһенә тығып 5-6-сы синыфтарҙа уҡыған малай баҫып тора. Ғәҙәттә, ауыл ерҙәрендә концертҡа бушҡа инәргә билет һатыусының киткәнен балалар ғына түгел, ирҙәр ҙә көтә. Бик күңелһеҙ булғас, теге малай менән һөйләшеп алырға булдым:
– Ни эшләп концертҡа инмәйһең?
– Аҡсам юҡ.
– Магнитофон кассеталары ал. Ярты хаҡына ғына бирәм.
– Алыр инем дә, аҡсам юҡ.
– Бына, сексуаль йырҙар яҙылған ,– тип купальник кейеп төшкән бер сит ил йырсыһының кассетаһын күрһәттем. Малай, күҙҙәрен уйнатып, йөҙөн яҡтырып уңлы-һуңлы әйләндереп кассетаны бик ихтибар менән ҡарыны ла:
– Нисә һум? – тине.
Концертҡа булған хаҡтан бик күпкә арттырып:
– Етмеш, – тинем.
Күрмәй ҙә ҡалдым, малай юҡ булды ла ҡуйҙы.
Күп тә үтмәне, йүгереүҙән тыны ҡыҫылып, клубҡа килеп инде.
– Теге ололар тыңлай торған кәситәгеҙҙе алам,– тип етмеш һумын түләне лә, һабантуйҙа беренселекте алғандай, үҙ юлы менән китте.