Наил ҒӘЙЕТБАЙ
Ғәйнулла ағай биргән китап Саматты хайран ҡалдырҙы. Ул тәүге биттәрҙә уҡығандарына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Ләкин китапты үҙләштергән һайын фекере үҙгәрә барҙы. Клиник үлем кисергән ике йөҙгә яҡын кешенең бөтәһе лә ғалимға бер үк нәмәне – клиник үлем мәлендә йәненең тәненән айырылып китеүе хаҡында бәйән итә. Алдан һөйләшкәндәр, тиерһең. Ләкин барыһының да бер төрлө алдашыуҙары мөмкин түгел бит! Булған шундай ғәжәп хәлдәр донъяла! Тимәк, Самат та һаташмаған, төш күрмәгән! Сәкинә менән осрашыуы хаҡындағы егеттең бар икеләнеүҙәре, апрель айында ирегән ҡар кеүек, иреп юҡҡа сыҡты. Шикләнеүенең тамсыһы ла ҡалманы тиерлек. Сәкинә менән осрашҡан улар! Осрашҡан! Тимәк, бар ул йән! Бар! Кешенең тәне үлгәс, йәне унан айырылып китә лә, йәшәүен дауам итә! Шулай булмаһа, йәшәүҙең ни мәғәнәһе бар? Мәңгелек менән сағыштырғанда бер секундтай йылт итеп үтеп киткән кеше ғүмере улайһа нимәгә кәрәк? Нисек шуны уйламаған, белмәй йөрөгән ошоға тиклем? Ниңә бер кем дә был хаҡта әйтмәгән? Хәйер, кем һөйләһен, бөтәһе лә тиерлек, Самат кеүек, тирә-йүн фәҡәт күҙгә күренгән матди донъянан ғына тора тип фаразлай бит. Тәнебеҙ үлгәс, юҡҡа сығабыҙ, тип уйлай.
Дөрөҫ, ҡартатаһы менән ҡартәсәһенең йән хаҡында һөйләгәндәрен ишеткеләй ине. Тик был һүҙҙәр бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып китә торғайны. Сөнки дин менән ағыуланған ҡарттарҙың аҡылдары еңеләйгән, ти ҙә ҡуя ине. Баҡһаң, улар дөрөҫтө һөйләгән бит!
Китапты уҡыған мәлдә Самат Ғәйнулла ағайҙың йән менән аралашып була, тигән һүҙҙәрен йәнә иҫенә төшөрҙө лә түҙемлеге етмәне, тиҙерәк шул хаҡта тулыраҡ белгеһе килде. Нисек һөйләшә икән ул теге донъя менән? Ғөмүмән, был мөмкинме? Ниңә ул “һиңә иртә әле йәндәр менән һөйләшергә”, – тине ҡәтғи генә. Ә егет Сәкинә менән һөйләшергә теләй!
Сөнки Самат һуңғы осор гел генә Сәкинә хаҡында уйлап йөрөй. Ғәҙәттә, ғашиҡ кешеләр шулай һөйгәндәрен башынан сығармай, тиҙәр. Әллә был мөхәббәтме? Егет ғашиҡмы? Донъяла юҡ ҡыҙға! Шулай булыуы мөмкинме? Ошоғаса улар бит тормошта осрашманы! Шуныһы йәл.
Әммә Ғәйнулла ағайҙың яуабы элеккесә ҡәтғи ине.
– Һин Сәкинә менән аралаша алмайһың әле, – тине ул рәхимһеҙ рәүештә.
– Ниңә? – тип аптыраны Самат.
– Һин берәй доға беләһеңме?
– Ю-уҡ, – тип һуҙҙы ғәжәпләнгән егет.
– Бына бит! Ә доға уҡыу ундай аралашыуға тәүге аҙым ғына әле.
– Доғаны ятлауы оҙаҡмы ни? – Сәкинә менән һөйләшеү өсөн егет бөтәһенә лә әҙер ине. – Нисә доға белергә кәрәк? Хәҙер ятлайым мин уларҙы!
– Ятла, – тип дәртләндерҙе лә Саматты Ғәйнулла, шуның менән һөйләшеүҙең бөткәнлеген аңғартып үҙ бүлмәһенә ыңғайланы.
– Ә ниндәй доғаларҙы ятларға? – Самат хужаға эйәрҙе.
– «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», – тип һанап китте Ғәйнулла.
– Ниңә улай күп? – тип аптыраны егет. – Бер-икәү генә етмәйме ни?
– Етмәй. Йәндәр менән һөйләшеү өсөн һинең күңелең таҙа булырға тейеш. Ә уның өсөн бер-ике генә доға аҙ.
– Ә ҡайҙан алырға уларҙы?
Ғәйнулла кәштәһенән бер китап алды.
– Бында бөтә доғалар ҙа бар.
Самат китапты алды. Ләкин тәүҙә Моудиның “Тормоштан һуң тормош”он уҡып бөтөргә булды.
Шуныһы ғәжәп: клиник үлем хәлендә биш минуттан күберәк булғандарҙың барыһы ла бер нәмәне һөйләй: мәрхүм туғандары, таныштары менән осрашҡандан һуң, уларҙың янына яп-яҡты рух яҡыная. Унан йылылыҡ һәм һөйөү урғыла, йәнгә шундай рәхәт, унан айырылғы килмәй. Шул саҡ һәр кем үҙенә төбәлгән һорауҙы һиҙә: “Һин үлергә әҙерме?” “Нимәләр эшләнең тормошоңда?” тиеүҙе “ишеткән” клиник үлем кисергән һәр йән эйәһе.
– Яҡтылыҡ һипкән йән эйәһе – кем ул? – Самат түҙмәне, йәнә Ғәйнулла ағайҙын янына килде. – Китапта һәр береһе үҙенсә аңлата: береһе – Ғайса пәйғәмбәр, ти, икенселәр – юғары фәрештә, ти. Ә һин нисек уйлайһың?
– Тормошта кеше христиан булһа, уға, ысынлап та, Ғайса пәйғәмбәр киләлер, – тине хужа ағай, уйланып торғандан һуң. – Ә мосолманға – Мөхәммәт пәйғәмбәр. Уның кем булыуы мөһим түгел бит. Мәрхүм булғас, йәнгә ниндәйҙер юғары рух килә. Иң ғәжәбе – ул кешегә үткән тормошон тиҙ арала ҙур тиҙлек менән тулыһынса күрһәтә, ғонаһтары өсөн шелтәләй, изге эштәре өсөн маҡтай. Иң мөһиме, һәр кем йәшәгәндәге яңылышлыҡтары өсөн ныҡ оялыу, үкенеү, күңел әрнеүе кисергән. Был бик ауыр тойғо икән. Тамуҡ тигәндәре, бәлки, шулдыр.
Хужа ағай Саматҡа ихлас күңелдән аңлайышлы итеп яуап бирергә тырышты, әммә йәндәрҙең тормошо хаҡында егетте ҡыҙыҡһындырған йәки аңлашылып етмәгән нәмәләр күбәйгәндән-күбәйҙе генә. Ғаләмдең төҙөлөшө, тән менән йәндең үҙ ара һәм йыһанға бәйләнеше тураһында егеттең бер ни ҙә белмәүен күреп, Ғәйнулла бүлмәһенән йәнә китаптар сығара башланы. Уҡыған һайын Саматтың ғәжәпләнеүе артҡандан-арта барҙы. Ошоғаса бер ни белмәйенсә, һуҡыр кеүек йәшәгән бит ул! Баҡһаң, донъя, уға бәйле бар ғаләмдең тормошо иҫ киткес ҡатмарлы икән! Йыһандың ҡоролошон, кешенең уға элемтәһен аңлап бөтөрлөк түгел.