“Ул тормошта ла, шиғриәттә лә ихласлығы менән айырылып торҙо”, - ти әҙиптең дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов.
“Рәмил Йәнбәков журналист булараҡ та уңышлы эшләне, шағир ҡәләмен дә үтмәҫләмәне”, - ти коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева.
Шиғриәт һөйөүселәр Рәмил Йәнбәковты “Мөхәббәт йырсыһы” тип атаны. Байтаҡ шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән.