Юнир САЛАУАТОВ
Ҡурҡытты
Аттестация үтер ваҡыт яҡынлашһа, етәкселәребеҙ йыйлыш уҙғара, әртистәрҙең оҫталыҡ кимәленә, репертуарына анализ яһай.
– Мәслизә апай, ҡырыҡ йыл буйы эшләйһегеҙ, ике тапҡыр маҡталғанһығыҙ, әммә репертуарығыҙ ярлы. Аттестация комиссияһы эш хаҡығыҙҙы кәметергә мөмкин бит, – тине түрә Мөхтәрғәли Мөхтәрович.
– Кемде ҡалдырыға, кемде ҡыуарға, кемдең эш хаҡын арттырырға, кәметергә атестация комиссияһына алдан исемлек биргәнегеҙҙе беләбеҙ. Тел төбөгөҙгә ҡарағанда, мине лә шунда индергәнһеҙ инде – тине лә, Мәслизә ултырған еренән иҙәнгә ауҙы, күҙен аҡайтты, телен арҡыры сығарып ыңғыраша, тештәрен шығырҙата, йәне сығып барған кеүек аяҡтарын ҡалтырата. Уның электән үк ҡурҡытыу холҡон беҙ белгәнгә, иҫебеҙ ҙә китмәй ҡарап ултырабыҙ, ә түрәләребеҙ яңы кешеләр булғас, үлеп китеүенән ҡурҡып, ҡатындың битенә һалҡын һыу һибеп, күтәреп урынына ултырттылар.
– Мәслизә апай, эшләгеҙ, һеҙҙең эш хаҡығыҙҙы бер кем дә кәметмәй, – тине йәш түрә.
Мәслизә түрәләрҙе ышандырып, еңеүгә өлгәште. Ғөмүмән, әртислек оҫталығы сәхнәлә генә түгел, тормошта ла бик кәрәк ул.
Бер-ике йыл ваҡыт үткәс:
– Тегеләрҙе ҡурҡытып еңдем, – тип маҡтанып йөрөнө Мәслизә.