Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 09:45

Юнир ағай мәҙәктәре

Юнир САЛАУАТОВ Иҫәр булып күренһәң...          Әртислек эшен ташлап, дворник булып эшләп йөрөйөм. Яңы кешеләр, яңы тәртиптәр, яңы атмосфера... Мине яңы һөнәр эшенә өйрәтеүсе Заҡуан бабай – элеке уҡытыусы. Хәҙер дүрт йыл дворник икән. Үҙ профессияһының оҫтаһы булған, ил, халыҡ-ара мәғлүмәттәрҙән ҡалышмай, әҙәбиәт, сәнғәт менән аралаша, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй, ҡатыны үҙен маҡтап ҡына һөйләй. Эсмәй, тартмай. Ғөмүмән, намыҫлы кеше. Әммә бер бик сәйер яғы бар: ул эш ерендә иҫәр кеше кеүек һөйләшә.

Юнир ағай мәҙәктәре
Юнир ағай мәҙәктәре

Юнир САЛАУАТОВ

Иҫәр булып күренһәң...

         Әртислек эшен ташлап, дворник булып эшләп йөрөйөм. Яңы кешеләр, яңы тәртиптәр, яңы атмосфера... Мине яңы һөнәр эшенә өйрәтеүсе Заҡуан бабай – элеке уҡытыусы. Хәҙер дүрт йыл дворник икән. Үҙ профессияһының оҫтаһы булған, ил, халыҡ-ара мәғлүмәттәрҙән ҡалышмай, әҙәбиәт, сәнғәт менән аралаша, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй, ҡатыны үҙен маҡтап ҡына һөйләй. Эсмәй, тартмай. Ғөмүмән, намыҫлы кеше. Әммә бер бик сәйер яғы бар: ул эш ерендә иҫәр кеше кеүек һөйләшә.

Оперативкала ултырабыҙ:

– Боҙлауыҡ булғанда тротуарҙарға эре, әллә ваҡ ҡына ҡом һибәргәме? Йорт тирәһендә сысҡандар үрсегән, уларҙы тотоп алып башына сүкеш менән һуғайыммы, әллә бесәйҙәр тотһондармы? Һеҙҙең машинағыҙҙың глушителенән сыҡҡан газ, һауаны бысырата. Уларҙы биҙерәгә йыйынап, сүплекә алып барып ташларға мөмкинме? – тип директорыбыҙға ҡолаҡҡа яҡмаған һорауҙар бирә. Директор ҙа уның һорауҙарына уйланып, фекерләп, бик ҡәтғи төҫ менән яуаплай.

Шахмат турниры уҙғарҙыҡ. Беләм: Заҡуандың “Шахмат оҫтаһы” тигән грамотаһы бар. Бер нисек тә уйнай белмәгән директорҙан күрәләтә мат алды. Был хәл мине тамам аптыратҡас:

– Заҡуан ағай, һин ни эшләп иҫәр-миҫәр һорауҙар биреп, тегеләй булып ҡыланаһың, мат та алдың? – тип һораным.

– Башымдан уҙҙы инде. Түрәң алдында аҡыллы, белемле булырға ярамай. Был директор ҙа төрлө сәбәбен табып, үҙенән юғары күренгәндәрҙе эшенән ҡыуа, – тип аңлатты Заҡуан. – Һин дә минең кеүек бул...

Юнир ағай мәҙәктәре
Юнир ағай мәҙәктәре
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: