Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс
Салауат ӘБҮЗӘР
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАЙЫШЫ
Аңлап етмәнем, ахыры,
Был тормоштоң айышын, –
Эләктереп йөрөмәнем
Хәүефһеҙлек ҡайышын.
Йәшел ут ни, ҡыҙыл ут ни, –
Айырмай күңел, аҙһа.
Баҫыр урында тормозға,
Нығыраҡ баҫтым газға.
Елеп үтеп китте йәшлек,
Ҡалды уйнап саң-туҙан.
Спидометрға ҡараһам,
О-һо!.. Күпме юл уҙған!..
Йөрәк ҡыҙған мотор кеүек
Тиҙлек көҫәй йәш саҡта.
Мөһим түгел уның өсөн
Күпме бензин бар бакта...
Ҡыҫҡара бара юлдарым, –
Күрәм ҡояш байышын.
Ләкин эләктерге килмәй
Хәүефһеҙлек ҡайышын...