Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 15:06

Әбйәлил заводы илде аҡ цемент менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк

Уны асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Австрияның «Ласселсбергер» холдингына ингән «Цемикс» заводы йылына 240 мең тонна ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу ҡеүәтенә эйә.

Әбйәлил заводы илде аҡ цемент менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк
Әбйәлил заводы илде аҡ цемент менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк

Объектты сафҡа индереүгә 6 миллиард һумға яҡын инвестиция һалынған. Заманса предприятие илдә аҡ цементҡа булған ихтыяжды тулыһынса ҡаплар һәм төбәк сәнәғәтен яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә. 

«Цемикс» заводы Австрияның «Ласселсбергер» холдингына ҡарай. Был компанияның 20 дәүләттә 70-ләп предприятиеһы бар. Башҡортостанда инвестор 10 йылдан ашыу эшләй, Әбйәлилдәге завод – икенсеһе. Объектты сафҡа индереүгә 6 миллиард һумға яҡын аҡса һалынған. Әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы яғынан да ҙур ярҙам күрһәтелә, инженер селтәрҙәре һуҙыла, инфраструктура тыуҙырыла.

Төҙөлөш индустрияһында аҡ цементҡа ихтыяж ҙур. Көлһыу төҫтәгенән айырмалы был төҙөлөш материалын төрлө төҫтәргә буярға мөмкин. Икенсенән, уның сифаты юғары. Ул төҙөүселәрҙең дә хеҙмәтен еңелләштерә

Тик әлегә тиклем уникаль продукция күберәк сит илдәрҙән һатып алына. «Цемикс» заводы тулыһынса импортты алмаштырыу мөмкинлеге аса.

bash.news хәбәр итеүенсә, Әбйәлилдәге заводтың төп үҙенсәлеге заманса технологияларҙы ҡулланыуҙа, йәғни предприятиела аҡ цемент ҡоро ысул менән етештерелә. Һөҙөмтәлә һыу файҙаланылған дымлы алым менән сағыштырғанда сығарылған ҡалдыҡтар күләме ун тапҡырға тиерлек кәмей, экологияға зыян килтерелмәй. Мәғлүмәт өсөн, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ике заводта ғына аҡ цемент сығарыла. Башҡортостан заводы төҙөлөш ҡатнашмаһын ҡоро технологияға нигеҙләнеп эшләгән берҙән бер предприятие.

Заманса объект Әбйәлил районы, көньяҡ зонаға ғына түгел, тотош республика өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Тәү сиратта, әлбиттә, урындағы ҡаҙнаға килем һәм ерле халыҡҡа эш урындары.

Заводта бөтәһе 220 эш урыны асыла, уларҙың 40 процентында эргәләге район һәм ауыл кешеләре эшләйәсәк. Киләсәктә һанды тағы арттырыу ҡаралған.Әле эш технологияларын белгән юғары квалификациялы кадрҙар ситтән йәлеп ителгән.

Предприятие халыҡ-ара талаптарға нигеҙләнеп эшләй. Тәү сиратта һүҙ тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү, уңайлы хеҙмәт шарттары хаҡында бара. Бында эш процесы тулыһынса автоматлаштырылған. Технологик комплекс менән ике оператор идара итә. Һәр цех ус төбөндәге кеүек күренеп тора.

Әбйәлилдә асылған завод Башҡортостан сәнәғәте тарихында әһәмиәтле ваҡиға. Киләсәктә бында аҡ цементтан тыш, йылына 100 мең тонна микрокальцит етештереү, шулай уҡ ҙур күләмдә төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу күҙаллана. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2029 йылға тиклем бюджетҡа һәм бюджеттан тыш фондтарға 11 миллиард һумдан ашыу һалым күсерелергә тейеш. Был сумманың яртыһы Башҡортостан ҡаҙнаһын тулыландырасаҡ.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: