Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2021, 09:24

Башҡортостанда ял көндәренә өҫтәмә рәүештә «Айғыр» туристик поезы тәғәйенләнде

Башҡортостанда 19 июлгә өҫтәмә рәүештә «Айғыр» туристик ҡала яны поезы тәғәйенләнде.

Башҡортостанда ял көндәренә өҫтәмә рәүештә «Айғыр» туристик поезы тәғәйенләнде
Башҡортостанда ял көндәренә өҫтәмә рәүештә «Айғыр» туристик поезы тәғәйенләнде

Өс вагонлы поезд Өфөнән иртәнге сәғәт 8-се 8 минутта ҡуҙғала, көндөҙгө 11-се 30 минутҡа Айғырға барып етә. Өфөгә туристар киске 5-се 29 минутта ултырып китергә мөмкин.

Ғәҙәттә, был поезд ял көндәрендә генә рейсҡа сыға. Юлда уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн 19 июлдә «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән берлектә өҫтәмә рейс тәғәйенләргә ҡарар итте», — тине республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Лилиә Хәбибова.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: