Ағиҙел
+20 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль , 13:34

ЮХХДИ иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса күләмле рейд тураһында иҫкәртә

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы автоһәүәҫкәрҙәрҙе иҫерек водителдәрҙе һәм башҡа закон боҙоусыларҙы асыҡлау буйынса күләмле рейд тураһында иҫкәртә.

ЮХХДИ иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса күләмле рейд тураһында иҫкәртә

Фажиғәләргә юл ҡуймауға һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тәртибен нығытыуға йүнәлтелгән иҫкәртеү саралары бөгөн, 16 июлдә, үткәрелә.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, ошондай иҫкәртеү сараларын уҙғарыу юлдағы хәл-шарттарҙа ыңғай сағылыш таба һәм эскән водителдәрҙе транспорт ағымына индермәҫкә мөмкинлек бирә.  

Автор:Ильяс Ҡасҡынов