Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2021, 09:21

Республика кинотеатрҙарында һуғыш йылдарындағы Өфө тураһында яңы фильмдың прокатҡа сығыу көндәре билдәле булды

22 июлдә «Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы» фильмы республика кинотеатрҙарында күрһәтелә башлай.

Республика кинотеатрҙарында һуғыш йылдарындағы Өфө тураһында яңы фильмдың прокатҡа сығыу көндәре билдәле булды
Республика кинотеатрҙарында һуғыш йылдарындағы Өфө тураһында яңы фильмдың прокатҡа сығыу көндәре билдәле булды

«22 июлдә иртәнге сәғәт 11-ҙә Иглиндә Район мәҙәниәт йортонда ҡарарға мөмкин», — тип яҙҙы фильм идеяһы авторы Артём Вәлиев социаль селтәрҙә.

Артабан түбәндәге ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә бушлай күрһәтелә: 26 июль — Ҡырмыҫҡалы,

29 июль — Красноусол,

2 августа — Салауат,

4 август — Кушнаренко,

5 август — Бәләбәй,

9 август — Ишембай,

12 август — Дүртөйлө.  

Шулай уҡ 30 сентябргә тиклем фильмды Баймаҡта, Бишбүләктә, Борайҙа, Үрге Ҡыйғыла, Дыуанда, Ермолаевола, Ҡариҙелдә, Мәсәғүттә, Мораҡта, Приютовола, Раевкала, Иҫке Балтаста, Иҫке Собханғолда, Стәрлебашта, Саҡмағошта, Шаранда ҡарарға була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильмдың идеяһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдағы Указы менән бәйле, уға яра Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Фильм Президент гранттары фонды аҡсаһын файҙаланып төшөрөлгән.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров фильм төшөрөү идеяһын хупланы. Шулай уҡ республика етәксеһе республикала фильмды бушлай күрһәтеүҙе ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаны.  

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: