2021 йылдың башынан Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа юл фажиғәләренең артыуы күҙәтелә. Шуға күрә республика етәксеһе Радий Хәбиров федераль әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыу автомобиль юлдарында өҫтәп 100 берәмек юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексын ҡуйырға ҡушты.
«Федераль трассаларҙа тиҙлек режимын үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтеү һәләк булғандар һанын кәметеү буйынса тәьҫирле сара булып тора. Быға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү камералары һанын арттырыу иҫәбенә өлгәшергә мөмкин, ошо хаҡта белгән водитель тиҙлекте арттырмай», — тине «Башҡортостан Республикаһының транспорт дирекцияһы» етәксеһе Мансаф Низакаев.
«Башҡортостан Республикаһының транспорт дирекцияһы» һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте әлеге ваҡытта булған 100 берәмек фотовидеотеркәү комплексын күсереү өсөн дәүләт контрактына өҫтәмә килешеү төҙөнө. Был эш башланды ла инде. Хәҙер Р-240 Өфө — Ырымбур һәм М-5 «Урал» федераль трассаларында 15 фотовидеотеркәү комплексы бар. Барлыҡ 100 фотовидеотеркәү комплексын 2021 йылдың 20 авгусына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Сығанаҡ: Башинформ