Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2021, 13:55

«Янғантау» геопаркында туристар ағымы ике тапҡырға артты

Проект операторы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Янғантау» геопаркында быйыл туристар ағымы 2020 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан, ял көндәрендә бында биш меңгә яҡын кеше килә. Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов 2022 йылда «Янғантау» геопаркында өс капиталь объекттың файҙаланыуға тапшырылырға тейешлеген әйтте.

«Янғантау» геопаркында туристар ағымы ике тапҡырға артты
«Янғантау» геопаркында туристар ағымы ике тапҡырға артты

Улар – «Мәсетле» геология музей комплексы, «Карауанһарай» этнография комплексы, «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы. Бюджет төҙөлөшкә 700 миллион һум бүлергә тейеш. Быйыл ҡаҙна 50 миллион һум бүлгән.  «Экспертизаларҙың ыңғай һөҙөмтәләрен алырға һәм 2022 йылда тормошҡа ашыра башларға уйлайбыҙ», — тине Рөстәм Моратов.

2021-2025 йылдарҙа «Янғантау» геопаркында шәхси инвестиция проекттары сиктәрендә 18 объект төҙөү планлаштырыла. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн яҡынса 435 миллион һум кәрәк. Урынлашыу урындары, юл буйы сервисы һәм дөйөм туҡланыуҙан тыш,һунарсылыҡ һәм  бағыр хужалыҡтары, транспорт прокаты, шул иҫәптән ат экипаждары һәм  велодилижанстар пункты, күңел асыу паркы, аквапарк, экстремаль туризм үҙәге була.

«Янғантау» — Башҡортостанда беренсе, Рәсәйҙә ЮНЕСКО селтәренә ингән беренсе геопарк, 2017 йылда ойошторолған.  

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: