Ошо көндәрҙә республикала Бахрейндың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәд Абдулрахман әл-Саати булып китте.
Ике аралағы тауар әйләнеше ҙур түгел, ул башланғыс кимәлдә: былтыр йыһаз һатыуҙан башланған. Беҙҙекеләр ултырғыс һатҡан. Әммә башҡа тауар сығарыу мөмкинлеге лә бар. Өҫтәүенә, Бахрейндың баш ҡалаһына осош ойоштора алабыҙ.
Йәшлек гәзите хәбәр итеүенсә, илсе менән БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров осрашыуында, тиҙҙән буласаҡ (июль аҙағында) «Россия — Исламский мир: KazanSummit 2021» ХII Халыҡ-ара иҡтисад саммитында һөйләшеүҙе дауам итергә килешелде.
Ҡунаҡҡа бал ашатып ҡаранылар һәм һөҙөмтәлә, ҡояшлы сит илгә тәүге партия бал оҙатыу тураһында ла һөйләштеләр.