Ағиҙел
+20 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль , 10:24

Фольклориада ҡунаҡтары башҡортса йыр яҙҙырып, Радий Хәбировҡа тапшырҙы

Фольклориада ҡунаҡтары башҡорт телендә «Беҙҙең ил» йырын яҙҙырып, Радий Хәбировҡа тапшырҙы.

Фольклориада ҡунаҡтары башҡортса йыр яҙҙырып, Радий Хәбировҡа тапшырҙы

«Башҡортостанға һәм уның халҡына баллы ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт! Беҙҙең ҙур Бөтә донъя Фольклор олимпиадаһы тамамланды. Күңелебеҙҙә республикағыҙ тураһында йылы хәтирәләр генә алып китербеҙ! Ҡунаҡсыл төбәгегеҙҙән ҡайтаһы килмәй хатта, ләкин хәҙер донъя картаһында беҙ килергә теләгән тағы бер урын бар! Туҡ башаҡлы баҫыуҙар, үҙенсәлекле тәбиғәт, асыҡ күңелле халыҡ беҙҙең күңелде арбаны! Башҡортостанда йәшәүселәргә, ерегеҙгә һәм Тыуған илегеҙгә рәхмәт, хөрмәт һәм һоҡланыу белдереп, ҙур булмаған бүләк – «Беҙҙең ил» йырын ҡалдырабыҙ! Был йырҙың һүҙҙәре һәм көйө шул тиклем матур. Тексты ятлауы һәм һүҙҙәрҙе әйтергә өйрәнеүе ҡатмарлыраҡ булды, әлбиттә, ләкин тап ошо йырҙа халҡығыҙ күңеленең һәм гүзәл Тыуған илегеҙҙең сағылышын күрҙек! Хөрмәт менән 37 илдән Фольклориада ҡатнашыусылары! Башҡортостанда осрашҡанға тиклем! Ҙур рәхмәт!», — тип мөрәжәғәт итте ҡунаҡтар.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Фольклориадаға баһа бирҙе.

«Башҡортостанда Фольклориада барған көндәрҙә беҙҙең идара итеү командаһы махсус режимда эшләне. Бөтә ерҙә лә тәртип, ҡунаҡтарға уңайлы, халыҡҡа ҡыҙыҡлы булыуы мөһим ине. Әлбиттә, фестивалгә йомғаҡ яһауҙы дауам итербеҙ. Әммә әле үк тыныслыҡ һәм изгелек байрамы яҡшы үтте, тип әйтә алам, — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында тиҫтәләгән концерт, телеканалдарҙа бер нисә тәүлек дауам иткән тура трансляциялар, ер шарының төрлө мөйөштәрендәге киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан меңләгән мәҡәлә, яңы танышыуҙар, ҡатнашҡан илдәр араһында ысын дуҫлыҡ... Беҙ Рәсәйҙең сағыу һәм ҡунаҡсыл ил булыуын йәнә раҫланыҡ».

Автор:Ильяс Ҡасҡынов