Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә килгән хатта республиканың Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак, төбәктә коронавирусҡа бәйле хәлде анализлап, дөйөм туҡланыу ойошмалары коллективтарында COVID-19 менән сирләү осраҡтарының теркәлмәүен билдәләй. Шулай уҡ дөйөм туҡланыу объекттарына барғанда коронавирус йоҡтороу ихтималлығы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Шуға бәйле Роспотребнадзор дөйөм туҡланыу ойошмалары санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәгән саҡта ковидҡа ҡаршы өҫтәмә сикләү индереү ваҡытын күсереү хаҡында ҡарар ҡабул итергә мөмкин тип иҫәпләй.
Ошо хат нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе янауына бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға инеү өсөн вакцинация үтеү хаҡында белешмә (сертификат), шул иҫәптән беренсе компонент менән, прививка эшләтергә ярамауы йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест булыуы тураһында талап 12 июлдән 26-һына күсерелә.
Бынан тыш, Роспотребнадзор республиканың эш биреүселәренә 2021 йылдың 19 июлендә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалып, эшләмәү тәҡдимен индерҙе. Власть органдарына һәм башҡа учреждениеларға был көндә ошо ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләргә кәрәк.