Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 13:32

Өфөлә «Фольклориада йөрәге»ндә The Hatters төркөмө сығыш яһай

Башҡортостанда бөтә донъяла көтөп алынған үҙенсәлекле фольклор байрамы дауам итә. «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында – «Фольклориада йөрәге» фестиваленең сираттағы көнө. Сәхнәлә төрлө илдәрҙән килгән ижади коллективтарҙың сығыш яһауы көтөлә.

Өфөлә «Фольклориада йөрәге»ндә The Hatters төркөмө сығыш яһай
Өфөлә «Фольклориада йөрәге»ндә The Hatters төркөмө сығыш яһай

Киске сәғәт 6-ла «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Палестина, Румыния, Камерун артистары ҡатнашлығындағы концерт башлана.

9 июлдә махсус ҡунаҡ —The Hatters («Шляпники») джипси-фолк-рок төркөмө. Төркөм 2016 йылда Санкт-Петербургта ойошторолған.

Трансляцияны 9 июлдә киске 6-ла Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһы сайтында ҡарарға мөмкин.  

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: