Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 16:32

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы

Бөгөн, 8 июлдә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлап, ишле ғаиләләргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы

«Минең өсөн ғаиләләрҙе тәбрикләү – мөһим тантана. Был көндө ныҡлы ғаилә ҡороп, бер-береһен ҡәҙерләп, аңлап йәшәгән яҡташтарыма тәрән хөрмәтемде һәм рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ – яуаплы, аҡыллы һәм хәстәрлекле ата-әсәләр, тип әйтер инем», — тине республика етәксеһе.

Башҡортостанда күп балалыҡ традициялары көслө, тип билдәләне ул. Хәҙер республикала ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Уларҙың 50 меңгә яҡыны – ишле. Быларҙың барыһы ла – бер нимә менән дә сағыштырып булмаған ҙур бәхет.

«Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында иртәгәһе көнгә ышанысы булһын өсөн балалы ғаиләләргә етди иғтибар бүләбеҙ. Бөгөн, бөтә донъя коронавирус инфекцияһы менән көрәшкән мәлдә, был айырыуса мөһим. Уны күмәкләп, барлыҡ ғаиләләрҙең табиптар һәм ғалимдар кәңәшенә яуаплы мөнәсәбәте менән генә еңеп сыға алырбыҙ», — тине Радий Хәбиров.Республика етәксеһе үҙ сығышында Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы тип иҫәпләнгән ғаиләләрҙе лә телгә алды.

15 йәшлек Данир Мөхәмәҙиев – Әбйәлил районы Рауил ауылы мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы республиканың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үҫмер һыуға батҡан малайҙы ҡотҡарып, уға тәүге ярҙам күрһәтеп, иҫенә килтергән. Был хәл Әбйәлил районы Рауил ауылында Ҡыҙыл йылғаһында булған.

«Һәммәгеҙҙе лә йәнә бер тапҡыр ҡотлап, һоҡланғыс ғаиләләргә булғанығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Дөрөҫ йәшәү һәм балалар тәрбиәләү йәһәтенән бөтәбеҙгә лә өлгө булып торғанығыҙ өсөн. Әлбиттә, хәҙер беҙҙең кисерештәребеҙ коронавирус менән бәйле. Шуға күрә үҙегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Беҙ тырышабыҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бирешмәҫ. Мохтаждарҙың барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтербеҙ. Ләкин иң яҡшыһы – сирләмәү. Шуға прививка яһатығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ғаиләләрегеҙгә именлек», — тине Радий Хәбиров тантана һуңында.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: