Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 09:46

Мәскәү һорнайсылары

Өфөлә барған VI Бөтә донъя фольклориадаһының төп сәхнәһе – “Фольклориада йөрәге”нең бөгөнгө саҡырылған ҡунаҡтары – Мәскәүҙең һорнайсылар оркестры, Рәсәйҙәге шотланд һорнайы һәм барабандарынан торған  беренсе профессиональ коллектив. Уны 16 йыл элек Артемий Воробьев төҙөгән. Әлеге көндә лә оркестрҙың алыштырғыһыҙ художестволы етәксеһе булған музыкант ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа журналистар менән аралашып өлгөрҙө.

Мәскәү һорнайсылары
Мәскәү һорнайсылары

– Беҙ экстремаль музыкаль шоу эшләйбеҙ, ул шотланд классикаһына һәм рус музыкаһын рокка, дискоға һәм башҡа күп төргә һалыуға нигеҙләнә, – тип таныштырып китте музыкант коллективы менән. – Һорнай бик үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта мөмкинлектәре сикләнгән музыка ҡоралы. Уның диапазоны тар, бөтә ноталар ҙа һыйып бөтмәй. Шуға ла унда уйнай торған көйҙө ныҡ һайларға кәрәк. Уның ҡарауы, килеп сыҡҡан моң бик ҡыҙыҡлы була, – тип һорнай хаҡында ла аңлатып китте. – Шотланд һорнайында уйнаһаҡ та, беҙ рус колоритын йөрөткән, бөтә донъянан төрлө мәҙәниәттәрҙең сағыу төҫтәрен ҡулланған рус коллективы.

Сәхнә кейемдәренә, һорнайҙы һаҡлауға бәйле шарттар тураһындағы һорауҙарға ла яуап бирҙе А. Воробьев. Фольклориаданан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып:

– Фольклорға ҡағылышлы фестивалдәр, шул иҫәптән Өфөләге Фольклориада ла – ул бик шәп идея. Фольклор – ул һәр халыҡҡа ла яҡын күренеш. Донъя халыҡтарының бер-береһенән ҡырҡа айырылған мәҙәниәте лә барыбер ҡайһы яғы менәндер яҡын, халыҡ сәнғәтен яратҡан һәр күңелгә ауаздаш. Боронғо тамырҙарыбыҙҙан күсә килгән был рухи сығанаҡ һәр беребеҙҙә йәшәй, - тине.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: