Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 14:09

Өфөлә «Фольклориада йөрәге»ндә Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө сығыш яһай

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы бара. Алда тағы өс көн, 12 муниципаль берәмектә саралар һәм Фольклориаданы ябыу тантанаһы, ул 10 июлдә киске сәғәт 6-сы 30 минутта Өфө амфитеатрында була. 8 июлдә киске 6-ла амфитеатрҙа Индонезия, Польша, Мексиканың ижади коллективтары ҡатнашлығындағы концерт башлана.

Өфөлә «Фольклориада йөрәге»ндә Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө сығыш яһай
Өфөлә «Фольклориада йөрәге»ндә Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө сығыш яһай

Кисәнең хедлайнеры – Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок тркөмө. «Улытау» ҡаҙаҡ теленән тәржемә иткәндә «Бөйөк тау» тигәнде аңлата. Егерме йыл элек ойошторолған төркөмдөң маҡсаты – халыҡ композицияларының матурлығын тыңлаусыларға еткереү, йәштәр араһында думбырала уйнау сәнғәтен пропагандалау, ҡаҙаҡ халыҡ мираҫының бөйөклөгөн донъяға күрһәтеү.

Трансляция 8 июлдә киске сәғәт 6-ла Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә https://vk.com/wall-27097047_258504, VI Бөтә донъя фольклориадаһы сайтында folkloriada2021.com башлана.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: