Тропик ил вәкилдәре дәртле музыкаһынан тыш, төрлө тауыш сығарып бейеүҙәре менән тамашасы күңелен әсир итте. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка материктары араһында урынлашҡан Панама республикаһы тыуған иленең хозурлығын йыр-бейеү аша аңлатты. Тик уларҙа ғына мең ике йөҙ төр орхидея, 670 ҡаҙаяҡ, ағастың мең ярым төрөн тап итергә мөмкин.
Юҡҡа ғына, «Хосе Корейа» фольклорҙы үҫтереү академияһы артистарының сәхнә костюмы ла тәбиғәткә бәйләп биҙәлмәгән. Илдең атамаһы ла, индейҙар телендә «балыҡ күп урын» тигәнде аңлата.
Өфөлөләр алдында Панама артистары ярты сәғәтлек концерт программаһы менән сығыш яһаны. Ошо ваҡыт эсендә улар бай йыр-бейеү композицияларын, сәхнә костюмдарының төрлөлөгөн асып һалды. Әгәр Панама мәҙәниәтендә төп иғтибар ҡатын-ҡыҙ костюмында сағылыш тапһа, ә Польшала ул киреһенсә.
Шуға ҡарамаҫтан, поляктар тотош донъяға полонез, мазурка кеүек билдәле бейеү төрҙәрен бүләк иткән. Уларҙың сығышын алдағы көндәрҙә Нуриман, Ауырғазы һәм Благовещен районы халҡы ҡарай ала. Фольклориаданың өсөнсө көнө Салауат ҡалаһында, Әбйәлил, Мишкә һәм Дүртөйлө райондарында үтте. Әбйәлилдәр сит ил ҡунаҡтарҙы батнусҡа самауыр ултыртып бейеп ҡаршы алһа, ә Коста-Рики ҡатын-ҡыҙҙары яуап итеп көршәк менән сығыш яһаны.
Ә Салауат ҡалаһы тамашасыһы иһә Мексикаға сәйәхәт итте. Артабан байрам ҡала үҙәге майҙанында Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Индонезия һәм Рәсәй исеменән Пенза ҡалаһы сығышы менән дауам итте. Ғөмүмән, фольклориада республиканың 22 муниципалитетында үтә. Һәр ҡайһыһында етешәр ижади коллектив ҡатнаша. Әкиәти матурлығы менән таң ҡалдырған Һиндостан бөгөн Дүртөйлө ерендә сығыш яһаны.
Шул уҡ ваҡытта фольклориаданың төп сәхнәһендә лә концерт программаһы тынмай. Береһенән-береһе алдынғы, тотош донъяға билдәләлек алған ижади коллективтар сығышы менән үрелеп бара.