Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 10:28

Кисә Әбйәлил районына VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылары килеп, ҙур концерт менән сығыш яһаны

Был бәрәкәтле төбәккә Албания, АҠШ, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, Черногория, Венгрия, Швейцария коллективтары аяҡ баҫты. Американан килгән бейеү ансамбле Орегона, Вирджиния, Көньяҡ Каролина, Юта, Гавайа штаттары вәкилдәрен берләштерә. Уларҙы бейеүгә һөйөү туплаған, коллектив утыҙ йылға яҡын тамашасыларҙы шатландырып килә.

Кисә Әбйәлил районына VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылары килеп, ҙур концерт менән сығыш яһаны
Кисә Әбйәлил районына VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусылары килеп, ҙур концерт менән сығыш яһаны

Асҡарҙа кисә һауа торошо бер аҙ һалҡынса ине. Хәйер, һуңғы көндәрҙә торған эҫенән һуң был, киреһенсә, ҡулай булды, сөнки ошо көндәрҙә фәҡәт юлда булған һәм бер нисә сәғәт кенә йоҡлаған ҡунаҡтар шунда уҡ репетиция яһарға тотондо, урындағы оҫталарҙың күргәҙмәһе менән танышты, интервью бирҙе. Унан сәхнәгә сыҡтылар.

Асҡар ауылы халҡы һәм ҡунаҡтар донъя халыҡтарының мәҙәниәте, сәнғәте менән танышты, концертты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

 

Читайте нас: