Яратамын һине донъя
Ҡосағыңа сумғанмын.
Мең һынаулы тормошомда
Уңғанмын да, туңғанмын.
Йылмайырға кәрәк ерҙә
Таштай ҡатһа ла күңел.
Тормоштоң әсе һынауын
Шулай үткәреү еңел.
Йөрәгеңде асыу өтһә
Йәнеңде ҡыҫһа ҡапҡан.
Яҡты киләсәк яуларлыҡ
Хыял атыңа атлан.
Һәр уңышың был тормошта
Яңы еңеүгә сәмләр
Мең һынаулы донъябыҙҙың
Офоғо шундай зәңгәр.
Фәнил Бүләков.