Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 17:02

Бөгөн ниндәй саралар була?

Башҡортостанда бөтөн ил халҡы күптән көткән уникаль фольклор байрамы дауам итә.

Бөгөн ниндәй саралар була?
Бөгөн ниндәй саралар була?

Бөгөн "Торатау" конгресс-холы амфитеатрында - "Фольклориада йөрәге" фестиваленең сираттағы көнө. Сәхнәлә бөтөн донъянан ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Махсус ҡунаҡтар - Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Тина Кузнецова һәм Zventa Sventanaфолк-проекты. Трансляция 18.00 сәғәттә БЮТ телеканалында, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә - https://vk.com/wall-27097047_257837, шулай уҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһы сайтында - folkloriada2021.com күрһәтеләсәк.

Фестивалдең быға тиклемге сағыу ваҡиғаларын ҡарамай ҡалһағыҙ, ошо һылтанмалар буйынса инеп шаһит булырға мөмкин:

VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы - https://vk.com/bash_tv?w=wall-27097047_257485

 VI Бөтә донъя фольклориадаһы парады - https://vk.com/bash_tv?w=wall-27097047_257652.

Читайте нас: