Береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк милли музыка ҡоралдары, ысын мәғәнәһендә күҙҙе сағылдырған костюмдар... Эйе, донъя халыҡтары ни тиклем күп төрлө булһа, уларҙың милли мәҙәниәте лә шунсама бай, ғәжәп! Фольклориада ошо төрлөлөктө күрергә, бер-береңдең рухи ҡиммәттәренә ҡағылырға мөмкинлек бирә. Ошоноң аша халыҡтарҙы татыулыҡҡа, берҙәмлеккә әйҙәй.
Өфө урамдары төрлө ғөрөф-ғәҙәтле, төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләрҙе бер тулҡынға – дуҫлыҡ, татыулыҡ, туғанлыҡ хисенә көйләне, был хис, урамдарға һыймай, күктәргә ашты. Иҫ киткес берләшеү, бер йәнгә әйләнеү күренешенә шаһит булған күңелдәр аңлатып булмаҫлыҡ тулҡынланыуға, шул уҡ мәлдә ғорурланыуға тулышты.
“Беҙгә бер ниндәй ҙә янъял, ыҙғыш кәрәкмәй. Беҙ берҙәм һәм татыу йәшәргә теләйбеҙ!” – тигәйне CIOFF Президенты Филипп Боссан. Һәм бөгөнгө рухи берҙәмлек байрамы шуны ошо һүҙҙәрҙе иҫбат итте.
Донъяның 57 иленән 71 милләт вәкилдәре ҡатнашҡан сағыу парад ике донъя рекордын ҡуйҙы! Ул “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында дуҫлыҡ бейеүе менән тамамланды.
Милли кейемдәр парады хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Ошолай булһын да: тыныслыҡта һәм аңлашып йәшәйек! Беҙҙең халыҡтарыбыҙ, ниндәй илдән булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһен хөрмәт итһен, ҡыуанып йәшәһен. Планеталағы барыһына ла тыныслыҡ!" - тип яҙҙы.