Филипп Боссан иң башта оло халыҡ-ара фольклор йыйынын ойоштороусыларға, республикаға рәхмәт белдерҙе. Башҡортостандың ҙур халыҡ-ара сараларҙы үткәреүгә әҙерлеге юғары булғанын, тағы ла ҡатмарлыраҡ сараларҙы ла ҡабул итә аласағын билдәләне. Кисәге тамашаның сикһеҙ талантлы, ғәжәйеп күренеш булғанын, уның ошоға тиклем күргән оҡшаш сараларҙан күпкә сағыулығын айырып әйтте. "Башҡортостан бар донъяны таң ҡалдырҙы", - тине ул. Һеҙҙе нимә иң ныҡ ғәжәпләндерҙе, тигән һорауға: "Ниндәйзер бер мәлен айырып билдәләүе ауыр. "Ғәжәп, ғәжәп!" тигән һүҙҙе генә ҡабатланым. Шул тиклем көслө тәьҫораттар алдым. Тамашаның масштабы үҫкәндән-үҫә барҙы", - тине.
Татьяна Пуртова: "Башҡортостан һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды, – тип билдәләне. – Ысын күңелдән әйтәм быны". Ул да Фольклориаданың тәүге көнөнән алған көслө тәьҫораттары менән бүлеште. Сараны асыу тантанаһындағы театрлаштырылған тамашаны баһалап, режиссерҙың эшенә юғары баһа бирҙе. "Йөкмәткеһе хатта бер ниндәй аңлатыуһыҙ ҙа асыҡ, аңлайышлы булыр ине", - тине ул.
Айҙар Зөбәйҙуллин фестивалде асыу тантанаһына әҙерлектең үҙенсәлектәренә, ҡайһы бер нескәлектәренә туҡталды. Ошондай сағыу тамашаны булдырған кешегә һорауҙар, әлбиттә, бихисап булды.
Әлеге мәлдә Милли кейемдәр парады башланырға тора. Ул Гиннестың рекордтар китабына инеү хоҡуғына дәғүә итә.