Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 16:07

Өфөлә ваҡытлыса юлдар ябыла

VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтеү сәбәпле, ошо көндәрҙә баш ҡалала ҡайһы бер урамдар ябыласаҡ. Шуға күрә Өфө ҡалаһы хакимиәте маршрутты һайлағанда иғтибарлы булырға саҡыра.

Өфөлә ваҡытлыса юлдар ябыла
Өфөлә ваҡытлыса юлдар ябыла

Иртәгәнән, йәғни 5 июлдән башлап 9 июлгә тиклем Зәки Вәлиди урамынан Аксаков һәм М. Ғафури урамдары арауығында, Генерал-губернатор Перовский һәм Яр буйы урамдарында 15.00 - 24.00 сәғәттәрҙә юл ябыласаҡ. Ошо уҡ урамдарҙа 10 июлдә юл бер сәғәткә иртәрәк, 14.00 - 24.00 сәғәттәр арауығында, ябыҡ буласаҡ.

11 июлгә тиклем “Торатау” конгресс-холы ҡаршыһындағы машиналарҙы ҡуйыу урыны эшләмәйәсәк.

Был сикләүҙәр ҡунаҡтарҙың һәм фестивалде ҡарарға килгән халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында атҡарыла.

Юлдар ябылыу сәбәпле, ҡайһы бер автобус маршруттарының йөрөү схемаһы ла үҙгәрәсәк. Ул һүрәттә асыҡ күрһәтелгән.

Ҡала ҡунаҡтары һәм баш ҡала халҡына уңайлыраҡ булһын өсөн өҫтәмә автобустар ебәреләсәк. Улар көн һайын Пушкин урамы, 35 А адресы буйынса киске 23.00 сәғәткә тиклем торасаҡ. Тамашасыларҙы кискеһен алып ҡайтыу өсөн “Башавтотранс”тың - 40, башҡа пассажирҙар йөрөтөү компанияларының 100 автобусы йәлеп ителгән. Улар халыҡты Дим, Инорс, Затон, Сипайлово, Йәшел сауҡалыҡ, Черниковка биҫтәләренә алып ҡайтасаҡ.

Читайте нас: