Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 12:16

Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары

Бөгөн VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында Башҡортостан Милли музейында бер юлы ике күргәҙмә асылды: "Донъя халыҡтары маскалары" һәм "Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары".

Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары
Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары

Тантаналы сарала республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, Фольклориада - халыҡтар дуҫлығы, йолаларыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау символы. "Мөһим сарала беҙ бөтөн донъялағы мәҙәниәттәр менән танышабыҙ. Әлеге күргәҙмәләрҙә лә был асыҡ сағылыш таба. Маскалар төрлө мәҙәниәттәрҙе күрһәтә, шулай уҡ һәр халыҡ үҙ тойғо-хистәрен үҙ музыка ҡоралдары аша асып бирә. Көйҙәрҙә халыҡ күңеле сағыла", - тине министр.

Сарала CIOFF Президенты Филипп Боссан, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова һәм башҡалар ҡатнашты. Күргәҙмәлә Камерун, Коста-Рика, Чили, Эквадор, Эстония һәм башҡа дәүләттәрҙән килтерелгән 24 уникаль маска тәҡдим ителде. Музейға килеүселәр уларҙы күреү генә түгел, ә экспонаттың тарихы, фотоматериалдар менән танышыу мөмкинлегенә лә эйә. Асылыу мәлендә унда Эстониянан, Италиянан һөнәрмәндәр оҫталыҡ кластары ла үткәрә.

"Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары" күргәҙмәһендә 34 экспонаттың һүрәте тәҡдим ителгән, улар араһында беҙҙең ҡурай ҙа бар. Фотокүргәҙмә менән рус, инглиз, испан, француз телдәрендә танышырға мөмкин. Бында шулай уҡ һәр экспонаттың тарихын да өйрәнергә була. 

Күргәҙмәләрҙе 5 - 9 июлдә килеп ҡарарға мөмкин. Адресы: Өфө, Совет урамы, 14. Инеү ирекле, битлек кейеү мөһим.

 

Читайте нас: