17 сәғәттә Фольклориадала ҡатнашыусылар парады башлана. Тантаналы хәрәкәт Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры янындағы майҙандан башлана һәм Конгресс холға тиклем дауам итә. Бөгөн шулай уҡ “Фольклориада йөрәге” майҙанын асыу тантанаһы була. Унда төрлө ил вәкилдәре дуҫлыҡ әйлән-бәйләнен бейей. Өфө мэры Сергей Греков халыҡты сағыу саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра.
Фольклориада сараларын уҙғарыу сәбәпле баш ҡала урамдарында транспорт хәрәкәте сикләнә. Бөгөн киске 8-гә тиклем Театр - Пушкин-Зәки Вәлиди һәм Совет урамдары ябыҡ була. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.