Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2021, 16:13

Сит илдәрҙә фольклор фәненә ниндәй иғтибар бирелә?

– Сит илдәрҙә фольклористикаға ниндәй иғтибар бирелә, ниндәй билдәле ғалимдар бар? Уларҙы фольклор ғилеменең ниндәй тармаҡтары ҡыҙыҡһындыра?

Сит илдәрҙә фольклор фәненә ниндәй иғтибар бирелә?
Сит илдәрҙә фольклор фәненә ниндәй иғтибар бирелә?

– Бик ҡыҙыҡлы, мәғәнәле һорау. Тулы яуап биреү бик мөмкин дә түгел. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, үҙем эшләгән өлкәләге хеҙмәттәрҙән бер нисәһен телгә алып китәм. Мәҫәлән, афористик жанрҙар тәңгәлендә мәҡәлдәрҙе өйрәнеүҙә ике ҙур йүнәлеш күҙәтелде. Беренсеһе – континенталь Европала һәм Рәсәйҙә мәҡәлдәрҙең структураһын, семиотикаһын өйрәнеүселәр (сит илдә – Бриггс, Рогерс, Рәсәйҙә – Пермяков, Левин).
Икенсе йүнәлеш – Бөйөк Британияла һәм АҠШ-та. Ул илдәрҙең ғалимдары, башлыса, мәҡәлдәрҙең коммуникатив (аралашыу) һәм социаль тормоштағы функцияларын өйрәнә (Мидер, Госсен, Норрик, Крейм).
Сит илдә эпосҡа ныҡ ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Альберт Лордтың “Сказитель” тигән монографияһы, төрки халыҡтарының эпосын өйрәнгән күренекле немец ғалимы Карл Райхлдың “Тюркский эпос: Традиции, формы, поэтическая структура“ тигән капиталь хеҙмәте бар. К. Райхл китабының яҙылыу тарихы ҡыҙыҡлы. Ул 1976 йылда Петербургта (ул ваҡытта – Ленинград) В.М. Жирмунскийҙың “Тюркский героический эпос” китабы менән таныша һәм был уның ғилми карьераһына, тикшеренеүҙәренең йүнәлешенә ныҡлы йоғонто яһай. Ғалим Урта Азия республикаларына (Үзбәкстан, Ҡарағалпаҡстан, Ҡырғыҙстан) килә, эпосты өйрәнгән күренекле белгестәр менән таныша. 1981 йылда ҡарағалпаҡ йырауы Жумабай Базаровты осрата, тулы репертуарын яҙып ала. Ул һөйләгән “Эдиге” эпосының версияһы 2007 йылда Финляндияла баҫылып сыға...
– Ә китапта башҡорт эпостары буйынса мәғлүмәт бармы?
– Күп түгел, шулай ҙа бар. “Башкирский народный эпос” (1977) китабы буйынса “Урал батыр” эпосынан түбәндәге өҙөк килтерелгән:
Борон-борон борондан
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Шулай уҡ библиографияла ике китап телгә алына: Мәскәүҙә сыҡҡан “Башкирский народный эпос” (1977), Өфөлә донъя күргән “Башкирское народное творчество. Том 1: Эпос” (1987) баҫмалары.

 

 

(Л.Кирәева. Йырлап та үттем халҡым уйҙарын// Ағиҙел, 2021. - №6)

Читайте нас: