Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2021, 16:21

Фольклориаданы ҡарайым тиһәгеҙ...

Тиҙҙән Башҡортостанда иң сағыу ҙур сараларҙың береһе - Бөтә донъя фольклориадаһы старт ала. Тантана "Өфө-Арена" боҙ һарайында 17.00 сәғәттә башлана.

Фольклориаданы ҡарайым тиһәгеҙ...
Фольклориаданы ҡарайым тиһәгеҙ...

Фольклориаданан тура трансляцияны БЮТ, "Башҡортостан-24" телеканалдары аша, социаль селтәрҙәрҙә һәм Фольклориада сайтында  https://folkloriada2021.com/ ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ "Тулҡын", "Беренсе май" һәм "Дим" парктарында 3 фан-зона ойоштороласаҡ, унда ҡала халҡы һәм Өфө ҡунаҡтары тура трансляцияны ҡарай аласаҡ. Был майҙансыҡтарҙа төрлө ижади коллективтарҙың сығыштары була, ҡул эштәре йәрминкәләре эшләйәсәк.

Фольклориада тураһындағы бар көнүҙәк мәғлүмәттәр https://folkloriada.online мобиль гидында бар. Саралар исемлеге, концерттар үтәсәк майҙандар, ҡунаҡтарға ҡарарға тәҡдим ителгән иҫтәлекле урындар тураһында, фестивалгә бәйле бөтә яңылыҡтарҙы шунда инеп белергә мөмкин.

Йылдың иң сағыу сараһынан ситтә ҡалмағыҙ!

Читайте нас: