Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2021, 16:08

Фольклориада уңайынан сыҡҡан китаптар

Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә башҡорт халҡының бай мираҫын сағылдырған бай йөкмәткеле китаптар донъя күргән. Уларҙы байрам көндәрендә "Ватан" этнопаркында урынлашҡан "Башҡортостан сувенирҙары" тирмәһендә һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Фольклориада уңайынан сыҡҡан китаптар
Фольклориада уңайынан сыҡҡан китаптар

Мәҫәлән, техник фәндәр кандидаты Айгөл Камалиеваның "Башҡорт костюмы" китабы оҙайлы йылдар дауамында музей һәм шәхси башҡорт кейеме коллекциялары эҙләнеүҙәре нигеҙендә яҙылған. Китапта һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала. Башҡорт кейеме тарихы, уны нисек тегеү, йөрөтөү, әҙерләү технологиялары, схемалары урын алған. Был китапты студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа файҙалана ала.

Композитор Айрат Ҡобағошовтың "Башҡорт музыка инструменттары" китабында башҡорт халҡының милли музыка инструменттары тураһында бай мәғлүмәт бирелгән. Автор үҙенең фольклор экспедиция материалдарын да ҡулланған. 

"Телдең ынйылары" (төҙөүселәре - Ф. Нәҙершина, Э. Созинова) китабы ике бүлектән тора: беренсеһе 400-ҙән ашыу башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәренән, уларҙың рус, инглиз, немец, француз телдәренән тәржемәләренән тора, икенсеһендә — башҡорт паремиялары һәм уларҙың рус, инглиз, немец, француз телдәренә эквиваленттары.

"Башҡорт халыҡ ижады"ның XIV томында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фольклор тупланған, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта тәүге тапҡыр донъя күргән. 

Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре иң кескәйҙәрҙе лә онотмаған: улар өсөн "Моң илендә" тип аталған һүрәт төшөрөү өсөн китап донъя күргән. Унда кескәйҙәр башҡорт халыҡ музыка инструменттары менән танышып ҡына ҡалмай, ә уларҙы буяй ҙа ала.

 

Фото: Башинформ

Читайте нас: