Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан республика Башлығы Радий Хәбиров, социаль селтәрҙәрҙә милли кейемдәге фотоларҙы, һүрәттәрҙе, видеоларҙы ҡуйырға тәҡдим итеп, үҙенең милли кейемдәге портретын ҡуйып, ҡыҙыҡлы флешмоб башлап ебәрҙе.
Республикабыҙҙың күп ҡала һәм райондарында йәшәгән күп милләтле халҡыбыҙ был башланғысты шунда уҡ күтәреп алды, социаль селтәрҙәргә флешмоб хештегтары ҡуйылған фотолар, видеолар, һүрәттәр һалыу дауам итә. "Республика Башлығы флешмобына беҙ ҙә ҡушылабыҙ", "Һаумы, Фольклориада!", "Үҙ тамырҙарыбыҙҙы һаҡлайбыҙ", "Бөтә донъя фольклориада ҡунаҡтарын сәләмләйбеҙ!" кеүек яҙыуҙар менән постар - күп милләтле республикабыҙ халҡының берҙәмлегенә, бер-береһенең мәҙәниәтенә иғтибарлы булыуына дәлил.
"Фольклориада - сағыу донъяуи ваҡиға. Әлеге еңел булмаған осорҙа ул халыҡты күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡарыр. Был сара һәр кемдең, ул ниндәй илдән, милләттән булыуына ҡарамаҫтан, дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәргә ынтылғанын иҫбатлай. Тарихыбыҙ, бер нигә лә ҡарамаҫтан, берҙәм булыуыбыҙ менән ғорурланайыҡ!" - тине Радий Хәбиров.