– Эйе, ошо йылдарҙа төрлө телдәргә тәржемә ителгән хеҙмәттәрем баҫылып сыҡты. Мәҫәлән, Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең заказы буйынса “Сал Урал хазиналары” тигән китап-альбом нәшер ителде. Унда башҡорт халыҡ легендалары һәм риүәйәттәре, йырҙар, “Урал батыр”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарынан өҙөктәр бирелде. Китапта тау-таш, йылға-күлдәрҙең барлыҡҡа килеүе тасуирлана, исемдәрҙең сығышы аңлатыла. Был ҡомартҡыларҙа тәбиғәт менән кеше берлеге, ер-һыу, тыуған ер-ил данлана. Баҫманы уҡыусылар йылы ҡаршы алды, ул нәшер итеүселәрҙең төбәк-ара лигаһы үткәргән конкурста (Мәскәү) “Төбәктәге иң яҡшы баҫма” тип танылды.
Тағы ла ҡыҙым Элла Созинова менән бергә эшләгән “Тел гәүһәрҙәре” тигән китабыбыҙ донъя күрҙе. Был хеҙмәткә тупланған паремик ижад үрнәктәре ике киҫәктән тора: беренсеһенә – 400-ҙән ашыу башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре, уларҙың рус, инглиз, немец, француз телдәренә тәржемәләре, икенсеһенә башҡортса-русса-инглизсә-немецса-французса мәғәнәләш мәҡәл-әйтемдәр индерелде. Бындай баҫмалар тәржемәселәр, уҡытыусылар, шулай уҡ студенттар өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайым. Ошо китаптарҙың баҫылып сығыуы – Фольклориадаға әҙерлегемдең бер күрһәткеселер, моғайын.
Ә инде “Башҡортостан халыҡтарының фольклоры” энциклопедияһы фәндә айырыуса иҫтәлекле, мөһим аҙым булды. “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтенең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дәүләт заказы буйынса башҡарған эше – республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың фольклоры хаҡында беренсе энциклопедия булыуы менән дә ҙур ҡаҙаныш ул. Хеҙмәт рус һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән.
Китаптың беренсе өлөшөндә – төбәктәге фольклорҙың, фольклористиканың торошо, милли-мәҙәни сәйәсәт үҙенсәлектәре, уларҙы өйрәнеү тарихы хаҡында мәғлүмәттәр, икенсе өлөшөндә биографик һәм айырым теоретик төшөнсәләр тураһындағы мәҡәләләр урын ала. Баҫмала фольклор жанрҙары, иң мөһим әҫәрҙәр, персонаждар, халыҡ ижады менән бәйле коллективтар, ансамблдәр, традицион халыҡ байрамдары һ.б. хаҡында белешмә табып була.
Әйтергә кәрәк, энциклопедияның редакция коллективы бик әҙерлекле: уны төҙөүҙә ҙур тәжрибәле белгестәр – философия фәндәре кандидаты Уйылдан Ғилман улы Сәйетов (директор), Клара Ишбулды ҡыҙы Әһлиуллина (директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары), Рания Хәкимйән ҡыҙы Хәсәнова (энциклопедистика бүлеге мөдире) һәм башҡалар ҙур тырышлыҡ менән арымай-талмай эшләне. Күп томлы “Башҡортостан энциклопедияһы”н, “Салауат Юлаев” энциклопедияһын әҙерләүҙә ҡатнашҡас, үҙемдең дә тәжрибәм бар ине. Шулай ҙа “Башҡортостан халыҡтарының фольклоры” баҫмаһының баш мөхәррире итеп билдәләнгәс, айырыуса ҙур яуаплылыҡ тойҙом.
Тәүге ултырышта бер авторыбыҙ: “Хәҙер халыҡтар бер-береһенең йырын йырлай, көләмәстәрен һөйләй – фольклор буталып бөттө бит инде. Халыҡ ижадының хәҙерге торошо тураһында яҙырға тура килер ул”, – тип сығыш яһаны. Шунда: “Был фекерегеҙ менән килешеп бөтмәйем. Бәйләнештәр, күсештәр бар, әлбиттә. Әммә беҙ һәр халыҡтың борондан уҡ килгән традицион әҫәрҙәре, жанрҙары нигеҙендә ғилми хеҙмәт яҙырға тейешбеҙ”, – тип үҙ фекеремде әйттем. Ошо ултырышта аныҡ талаптар ҙа ҡуйылды: яҙыласаҡ материалға объектив ҡараш булыуы мөһим һәм бер халыҡҡа ҡараған ижад үрнәктәре икенсе халыҡтыҡы тип күрһәтелергә тейеш түгел.
Редколлегияға беҙҙең республикалағы этнографияны, тарихты, фольклорҙы яҡшы белгән әҙерлекле авторҙар ылыҡтырылды: С.И. Апсатарова, Л.А. Афанасьева, В.Я. Бабенко, Ф.Г. Ғәлиева, М.Х. Иҙелбаев, И.Е. Карпухин, Т.Г. Миңләхмәтова, И.Г. Петров, Р.Р. Садиҡов, У.Ғ. Сәйетов, Р.Ә. Солтангәрәева, И.К. Фазлетдинов, Г.Р. Хөсәйенова. (Әңгәмәнең тулы вариантын "Ағиҙел" журналының 6-сы һанында уҡығыҙ).