Өфөлә үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыу өсөн Ҡаҙағстандан ҙур делегация килгән. Ҡаҙағстан Милли гвардияһының йыр һәм бейеү ансамбле художество етәксеһе Дархан Рәхимғәлиев әйтеүенсә, коллективҡа ирҙәр хоры, оркестр, биг-бенд, фольклор, бейеү төркөмдәре, солист-вокалсылар инә.
"Ошоға тиклем "Спасская башня", "Амур тулҡындары" кеүек Рәсәй фестивалдәрҙә сығыш яһаныҡ, Астанала ойошторолған опен-эйр фольклор бәйгеһендә даими ҡатнашабыҙ. Фольклориадала - тәүге тапҡыр. Репертуарыбыҙ төрлө, беҙҙә хәрби темаларға, шулай уҡ халыҡ йырҙары бар, бөтә донъя милләттәре бейеү-йырҙарын да башҡарабыҙ. Фольклориадаға ҡаҙаҡтарҙың, төрки халҡының йыр-моңдарын алып килдек", - ти ансамбль етәксеһе.
Фото: Башинформ