Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 20:36

Ансат

Башҡортостанда 2020 йылдың авгусынан медицинала ауыр хәлдәге сирлеләргә ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн еңел моторлы "Ансат" вертолёты ҡулланыла башланы. Ул сәғәтенә 275 километр тиҙлектә осорға hәләтле hәм тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Ансат
Ансат

Ошо көндәрҙә вертолёт ярҙамында Мәсәғүттән Өфөгә ярҙамға мохтаж сабыйҙы алып килделәр. Балаға баш ҡала врачтары тейешле операция яhанылар. Бөгөн уның хәле тотороҡло, тип хәбәр итәләр БР hаулыҡ hаҡлау министрлығынан.

Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү "Сәләмәтлек" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: