Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 20:19

1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә журналистар hәм блогерҙар менән осрашҡайны.

Унда июнь аҙағында Өфөнөң ҡайhы бер райондарында таралған насар еҫ тураһында ла мәсьәлә күтәрелде.

1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә журналистар hәм блогерҙар менән осрашҡайны.
1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә журналистар hәм блогерҙар менән осрашҡайны.

Асыҡланыуынса, баш ҡала һауаһын Яңы Черкассы ауылы янындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сыҡҡан янғын эҙемтәһе боҙған.

Янғынды үҙ ваҡытында һүндергәндәр, мәгәр еҫе оҙаҡҡа ҡалған.

Бынан тыш йәнә ҡалала һауаның бысраныуы теркәлгән. Сәнәғәт предприятиеларынан сығарылған зарарлы матдәләр концентрацияһы норманан артҡан булған. Был хәлде “Росприроднадзор” тикшерә.

Тикшереү hөҙөмтәләре тураһында өҫтәмә хәбәр итербеҙ.

Читайте нас: