Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2021, 10:00

Ташаҫты

Салауат ӘБҮЗӘРМОҢ(Хәтирә)Бына минең тыуған ерем –Тыуған ауылым – Ташаҫтым.Ошонда күҙҙе астым һәмОшонда тәпәй баҫтым.

Салауат ӘБҮЗӘР
МОҢ
(Хәтирә)
Бына минең тыуған ерем –
Тыуған ауылым – Ташаҫтым.
Ошонда күҙҙе астым һәм
Ошонда тәпәй баҫтым.
Тәүге тапҡыр ишек астым,
Төшөп баҫтым үләнгә.
Ғәжәпләнеп ҡарап торҙом
Күктә ҡояш көлгәнгә.
Ел тәнгә наҙлап ҡағыла,
Ҡоштар ҡағына ҡанат.
Ағас башында бер кәкүк
Ултыра ғүмер һанап.
Кем ғүмерен һанағандыр –
Уныһы миңә йомаҡ.
Кем ғүмерен һанаһа ла,
Булды ул йомарт һымаҡ.
Әкиәти донъя ине:
Ай үҫәһен көн үҫтем.
Йырлап аҡҡан шишмәләрҙән
Ятып тере һыу эстем.
Тәгәрәгән йомғаҡ кеүек,
Ҡапыл юлым һүтелде.
Шул йомғаҡты юллап йөрөп,
Күпме юлдар үтелде.
Үрҙәр булды юлдарымда,
Ҡоланым упҡындарға.
Талғын йылғаларҙа аҡтым
Һәм йөҙҙөм тулҡындарҙа...
Тик үпкәм юҡ үткәнемә,
Шөкөр итәм барына.
Бына, ҡайтып ултырҙым мин
Еҙемемдең ярына.
Ярҙан ауылыма табан
Һуҙылып ята һуҡмаҡ.
Йөрәгем шул һуҡмаҡ буйлап
Йүгереп китер һымаҡ.
Бер ҡысҡырып йырларғамы,
Әллә ятып иларға?!
Ә хәтерем алып осто
Мине үткән йылдарға.
Күҙ алдыма килеп баҫты
Яр буйындағы усаҡ.
Йәштәр, кисен йыйылышып,
Бейейҙәр ине ул саҡ.
Эх, гармунсының уйнауы
Үҙәкте өҙә генә!
Бындай моң бер ҡайҙа юҡтыр,
Бындай моң беҙҙә генә.
Гармун тынһа, инәләләр:
«Тағы берҙе генә тарт!»
Ҡыҙҙар һүҙен йығамы ни?!
Уйнай бирә Ғәҙел ҡарт.
Бармағына күҙ эйәрмәй,
Бабайың тетә генә.
Күҙен ҡыҫа, ел ҡағылһа
Ҡыҙҙарҙың итәгенә.
Йәнәһе, дәрте һүнмәгән,
Дарыһы әле ҡоро.
Тик шуныһы ғына насар:
Ҡарсыҡ бар, ҡороғоро.
Онотолоп уйнай бабай,
Ул да моң был донъяла.
Төн уртаһында, әрләшеп,
Ҡарсығы килеп ала.
Ҡартына ул төрткән була,
Еңелсә генә ҡаға.
(Быныһын белеп торабыҙ
Хатта беҙ – бала-саға.)
«И, ошоно, – тигән була, –
Ҡартая белмәй һаман.
Теңкәмде генә ҡороттоң
Шул гармун менән тамам».
Ҡултыҡлашып атлай улар
Өйҙәренең яғына.
Бер аҙ барғас, ауыл буйлап
Моң менән йыр ағыла:
«Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була.
Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,
Үҙ илкәйең ят була...»
Ҡарсыҡ, күпме әрләһә лә,
Тыя алманы ҡартты.
Йәш-елкенсәкте бейетеп,
Кис һайын гармун тартты.
Гармун уйнап оҙатты ул
Әрмегә егеттәрҙе.
Гармун теле менән бирҙе
Нәсихәт-өгөттәрҙе.
Никах уҡыны йәштәргә
Шул гармун теле менән.
Өлөш сығарҙы һәр кемгә
Йөрәге телеменән.
Көтөүсе булды Ғәҙел ҡарт,
Үткәндә урам буйлап,
Сыбыртҡы шартлатманы ул,
Үтте гел гармун уйнап.
Уның етеҙ бармағынан
Моң ғына тамып торҙо.
Гармунының көйөн хатта
Малдар ҙа танып торҙо.
Ысынмылыр, буш һүҙме был,
Тик шулай һөйләй халыҡ:
Кәләш алғас, ул ҡунған, ти,
Уртаға гармун һалып.
И, ул йылдар, төйөн булып
Тамағыма төйөлә.
Күҙ алдымда бейей һаман
Йәштәр гармун көйөнә.
Күпме усаҡ янып һүнде,
Көлдәрен ел таратты.
Минең дә юл-йомғағымды
Ҡала тарафы тартты.
Күп йөрөнөм сит яҡтарҙа
Һәм ҡайтып төштөм бер саҡ.
Еҙем яры тынып ҡалған,
Дөрләмәй инде усаҡ.
Күрҙем унда Ғәҙел ҡартты,
Киткән икән ҡартайып.
Үҙе миңә әйткән була:
«Йыуасаңды тартайыҡ!»
Ултырҙыҡ беҙ оҙон-оҙаҡ,
Бушаттыҡ бер шешәне.
Һорап ҡуйҙым мин һаҡ ҡына:
«Үткән иҫкә төшәме?»
Моңһоу ҡараш ташланы ул:
«Йәштәр хәҙер ҡалманы.
Ауылды һанға һуҡмайҙар,
Үҙ итәләр ҡаланы.
Көн дә килеп китәм бында,
Гел тарта ошо урын.
Эх, бер усаҡ ҡабыҙырға
Тегендә китмәҫ борон!»
Әйтелгән һүҙ – атылған уҡ,
Һүҙен ҡуймаған икән.
Бер кисте ҡарт, усаҡ яғып,
Гармун уйнаған икән.
Уйнаған да уйнаған, ти,
Ул арала таң атҡан.
Ҡарап торған ҡарсығының
Күҙенән йәше аҡҡан.
Әйткән, тиҙәр, ҡарсығына:
«Иҫләһен һәр кемегеҙ,
Васыятым булһын һеҙгә –
Гармун менән күмегеҙ!»
Шул уҡ таңда китеп барған.
Тапшырған саҡта ергә
Ерләгәндәр Ғәҙел ҡартты
Гармуны менән бергә...
Бына әле ҡарап торам:
Шул уҡ яр, шул уҡ урын.
Ишетәм һымаҡ һаман да
Ғәҙел бабайҙың йырын:
«Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була.
Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,
Үҙ илкәйең ят була...»
И, ауылым, бәлки, мин дә
Үҙ түгел һиңә, ятмын.
Нисек булһа ла, Еҙемдең
Ярында усаҡ яҡтым.
Йөрәккә күсте ул усаҡ –
Һикереп төш тә бейе!
Ә күңелемдә һаман да
Ағыла гармун көйө.
Читайте нас: