Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 13:05

Йән

Наил ҒӘЙЕТБАЙЙӘНРоман Үткәндә Өммөгөлсөмгә ғаилә хәле хаҡында һөйләргә тартынды Фәүзиә. Сөнки Ғәббәс менән мөнәсәбәттәре лә бик үк шәптән булманы. Ире ҡатынын көнләшеп үлтерә торғайны. Биш былтыр элек булған, инде күптән онотолған Фәүзиәнең тәүге мөхәббәтен күрә алманы. Тора ла:– Һин миңә хыянат иткәнһең! – ти.Фәүзиәнең:– Нисек хыянат итәйем? Ул саҡта мин һине белмәй ҙә инем, – тиеүенә, үҙ дәлиле бар:– Буласаҡ иреңә хыянат иткәнһең!Бына һөйләш инде уның менән шунан һуң! Ярай ҙа әйтеп кенә туҡталһа, эсеп алһа, юҡ сәбәпте бар итеп, йәнә шуны иҫенә төшөрә, ҡыҙып китә, хатта Фәүзиәгә ҡулын күтәреүгә барып етә.

Наил ҒӘЙЕТБАЙ
ЙӘН
Роман
Үткәндә Өммөгөлсөмгә ғаилә хәле хаҡында һөйләргә тартынды Фәүзиә. Сөнки Ғәббәс менән мөнәсәбәттәре лә бик үк шәптән булманы. Ире ҡатынын көнләшеп үлтерә торғайны. Биш былтыр элек булған, инде күптән онотолған Фәүзиәнең тәүге мөхәббәтен күрә алманы. Тора ла:
– Һин миңә хыянат иткәнһең! – ти.
Фәүзиәнең:
– Нисек хыянат итәйем? Ул саҡта мин һине белмәй ҙә инем, – тиеүенә, үҙ дәлиле бар:
– Буласаҡ иреңә хыянат иткәнһең!
Бына һөйләш инде уның менән шунан һуң! Ярай ҙа әйтеп кенә туҡталһа, эсеп алһа, юҡ сәбәпте бар итеп, йәнә шуны иҫенә төшөрә, ҡыҙып китә, хатта Фәүзиәгә ҡулын күтәреүгә барып етә.
Ә беренсе мөхәббәт... Ул кемдә генә булмай, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ кемгә генә ғишыҡ тотмай.
Фәүзиә мәктәпте тамамлағас, педучилищела уҡырға ниәтләнеп, Темәстәге апайҙарында йәшәй башланы, тик инә алманы. Һауынсы булыуҙан башҡаһы ҡалмағайны. Ҡайтырға йыйынып бөткән ҡыҙға, апаһы ҡыҙыҡ ҡына һүҙ әйтеп һалды:
– Ауылыңа ҡасан да өлгөрөрһөң, әйҙә беҙҙең фабрикала эшләп ал. Өҫ-башыңды ла бөтәйтерһең. Тәүҙә миндә йәшәрһең, ятаҡта ла урын бушамай тормай. Теләһәң, шунда күсерһең.
Апаһы тегеү фабрикаһында хеҙмәт итә, эш хаҡы һәйбәт кенә. Ысынлап та, ниңә һауынсы булырға ашыға әле ул? Фәүзиә ҡайтып, ата-әсәһенең ризалығын алғас, Темәстә тегенсе булып эшләп алды ла китте. Үҙ аҡсаһы – үҙенә, ҡыҙ ярты йылда матур ғына итеп кейенеп алды, егеттәрҙең күҙенә салына башланы. Шул мәлдә Өфөлә тегеү машинкаларын йүнәтеү буйынса Өфөлә уҡыған йәш егет уларҙың фабрикаһына механик булып килде. Исеме – Ниғмәт. Егет күренекле генә. Күп ҡыҙҙарҙың күҙе төштө быға. Әммә Ниғмәт Фәүзиәне һайланы. Ана шулай итеп ҡыҙҙың йөрәгендә тәүге ғашиҡ уты ҡабынды.
Көн дә тиерлек осраша башланылар, йә киноға баралар, килгән концерт- спектаклдәрҙе ҡалдырмайҙар, һис тә булмаһа, йылға буйында, тау ҡырында йөрөйҙәр, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Матур иҫтәлек булып хәҙергәсә хәтерендә Фәүзиәнең ул мәлдәр. Тәүге үбешеүҙәр, мәңге яратышыу хаҡында ант итешеүҙәр. Барыһы булды. Май байрамында йәштәр аулаҡ өйҙә табын ойошторҙо. Шунда Фәүзиә тәү тапҡыр шарап эсте, ниңәлер туҡтауһыҙ көлдө, һөйгәне менән ҡосаҡлашып туя алманы. Ә Ниғмәт – табын уртаһында, байрамды алып барыусы ла, ойоштороусыһы ла ул. Шаян һүҙҙәр һөйләп бөтәһен көлдөрә, кисә шул сәбәпле ифрат күңелле бара. Ниндәй аҡыллы ла, матур ҙа ул!
Байрам буйы егеткә ҡыҙ янына килеү аҙ эләкте. Ә инде йәштәр тарала башлағас, Ниғмәт Фәүзиә янына килеп:
– Матурым, арыныңмы? – тип ҡосаҡлап алғас, ҡыҙ егетте бик-бик яратҡанлығын аңланы. Бер аҙҙан аулаҡ өйҙә улар икәүҙән башҡа бер кем ҡалманы һәм мөхәббәте ташып торған ҡыҙ, тәү тапҡыр йәшәгән урынына ҡайтмай, егет ҡосағында йоҡланы...
Бөтәһе лә һәйбәт кеүек ине. Йәй еткәс, Ниғмәт отпуск алып үҙ ауылына ҡайтып китте, ә Фәүзиә Буранлыға, ата-әсәһе янына юлланды. Ул ай ҡыҙ өсөн иҫ китмәле оҙаҡҡа һуҙылды, көн дә тиерлек хат оҙатты ул Ниғмәткә. Егет һирәгерәк яҙҙы, әммә уның да хаттары мөхәббәткә тулы ине, ул да һәр береһендә һағыныуын, осрашаһы көндө түҙемһеҙләнеп көтөүөн белдерҙе.
Ниһәйәт, өҙөлөп көткән отпусктың аҙағы етте, Фәүзиә ашҡынып Темәскә килеп төштө. Һағыныслы осрашыу, йәнә көн дә бергәләп эргә-тирәләге йылға буйҙарын ҡыҙырыу, төнгә тиклем, ҡайһы саҡта таң атҡанса бергә булыуҙар... Тик һуңғы осор Ниғмәттең эштәре күбәйеп китте, уны йыш ҡына икенсе сменаға ҡалдыралар, йәки саҡырып алалар. Шул осор көтмәгәндә Фәүзиәгә Ниғмәт хаҡында йән өшөтөрлөк хәбәр еткерҙеләр. Имеш, уның һөйгәне икенсе бер ҡыҙ менән осрашып йөрөй. Ышанманы быға Фәүзиә. Нисек инде? Ниғмәт менән улар бер-береһен бик-бик ныҡ ярата. Шундай мәлдә башҡаға күҙ һалыу мөмкинме?
Әммә бер кис әхирәттәре Фәүзиәне ашығыс рәүештә өйөнән саҡырып сығарып, клубҡа алып киттеләр. Ниғмәт авария арҡаһында икенсе сменаға ҡалғайны. Кино башланған. Әхирәттәре Фәүзиәне киномеханик будкаһына индереп, бәләкәс кенә тәҙрәнән залды күрһәттеләр. Тоноҡ ҡына яҡтылыҡта будканың янындағы ултырғыста Ниғмәтте Фәүзиә шунда уҡ таныны. Ниңә ул бында? Аварияла түгелме ни? Иң ғәжәбе – уның янында фабрикаға яңыраҡ ҡына килеп эшләй башлаған Сабира исемле сибәркәй ултыра. Егеттең ҡулы ҡыҙҙың яурынында ятыуы Фәүзиәнең йәнен өтөп алды. Ул ғына түгел, Ниғмәт Сабираға эйелеп ниҙер әйтә, тегеһе көлгән була. Ә инде егеттең ураған һайын ҡыҙҙың сикәһенән үбеп алыуы Фәүзиәне үлтерҙе лә ҡуйҙы. Ул, ни эшләгәнен белмәй, клубтан сығып китте, ҡайтҡас, мендәренә ҡапланды ла, төнө буйы илап сыҡты.
Унан һуң әрнеүле аңлашыуҙар, хатта Ниғмәттең ғәфү үтенеүҙәре булды. Тик уларҙың араһында ниҙер өҙөлдө, осрашыуҙар элекке кеүек ҡайнар түгел ине. Күрешеүҙәре лә һирәгәйә төштө. Ул арала Фәүзиә Ниғмәттең, һүҙ биреүенә ҡарамай, һаман да Сабира менән йөрөүөн үҙ күҙе менән күрҙе. Әкренләп аралары өҙөлдө. Хәҙер Фәүзиәгә Темәстә шул тиклем ҡотһоҙ ине. Етмәһә, тиҙҙән Ниғмәт Сабираға өйләнде. Фәүзиә нисек тә ул ҡышты түҙеп үткәрҙе лә, йәй яҡынлашҡас, эштән сығып Буранлыға, ата-әсәһе янына ҡайтып китте...
Читайте нас: