Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 11:00

«Тамыр» телеканалында ойошторолған «Ҡош юлы. Балалар» проектының дүртенсе миҙгеленә йомғаҡ яһалды

Финал концерты Өфөнөң Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында үтте. Быйылғы конкурста республика район-ҡалаларынан ун егет-ҡыҙ көс һынашты. Барыһы ла мәктәп уҡыусылары.

Финал концерты Өфөнөң Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында үтте. Быйылғы конкурста республика район-ҡалаларынан ун егет-ҡыҙ көс һынашты. Барыһы ла мәктәп уҡыусылары.
Бәйге талаптары буйынса улар мотлаҡ рәүештә гитарала уйнай белергә тейеш ине, вокал, актерлыҡ һәләттәренә лә айырыуса иғтибар бүленде. Күләмле проект башҡорт телен һәм бард мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Проектта ҡатнашыусылар ярты йыл дауамында остаздарҙан – Башҡортостан бард мәҙәниәтенең билдәле вәкилдәренән дәрестәр алған. Финалды имтихан менән сағыштырырға мөмкин, үҫмерҙәр оло сәхнәгә сығып, жюри ағзалары алдында үҙҙәре ижад иткән йырҙарын башҡарҙы. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: